Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2022, 20:30

1 сентябрҙән үҙгәрештәр көтөлә

Коммуналь түләүҙәргә ҡағылышлы был мәғлүмәттәрҙе белмәй ҡалмағыҙ.

1 сентябрҙән үҙгәрештәр көтөлә
1 сентябрҙән үҙгәрештәр көтөлә

Өфө хакимиәтендә күп фатирлы йортта коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙең федераль ҡағиәҙәләренә үҙгәрештәр темаһы буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.

Быйыл февралдә Рәсәй Хөкүмәтенең ошо хаҡтағы ҡарары баҫылғайны. Төп үҙгәрештәр дөйөм милекте ҡарау өсөн түләү тәртибенә ҡарала. Унда йыш ҡына иҫәпкә алынмаған, фатирҙарҙа нормативтарҙан ашҡан коммуналь ресурстарҙы файҙаланыу, шулай уҡ йәшәүселәрҙең алдан бирелгән иҫәбе буйынса бурысы индерелә.

Әлегә дөйөм йорт мәнфәғәте өсөн раҫланған нормативтар буйынса түләһәләр, нормативтарҙан тыш суммалар идара итеүсе компаниялар иңенә төшә, 1 сентябрҙән был сумма тулыһынса ҡулланыусылар тарафынан түләнәсәк. “Буласаҡ үҙгәрештәр тураһында алдан мәғлүмәт бирелмәһә һәм аңлатылмаһа, халыҡта күп кенә һорау тыуҙырасағын, кире ҡараш тыуҙырасағын аңлайбыҙ”, - тип белдерҙе Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. 

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы директоры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин дөйөм йорт мәнфәғәте өсөн раҫланған нормативтарҙан күберәк сығымдарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәренең береһе фатир хужаларының һыуҙы, электр энергияһын һәм йылылыҡты дөрөҫ тотонмауы тип билдәләне. “Иҫәпләү приборҙарының күрһәткестәрен үҙ ваҡытында һәм намыҫ менән күрһәтеү дисциплинаһы коммуналь ресурстарҙы норманан тыш файҙаланыуға һиҙелерлек йоғонто яһай”, - тип белдергән ул.

“Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре” йәмғиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр ғинуарҙан быйыл июнгә тиклем Өфөнөң идара итеү торлаҡ компанияларының дөйөм йорт мәнфәғәте файҙаһына эҫе һыу өсөн дебиторлыҡ бурысы 217-нән 267 миллион һумға тиклем артҡан. Әйткәндәй, был категорияға иҙән йыуған өсөн сарыф ителгән һыу ғына түгел, иң тәү сиратта фатирҙарҙа иҫәпкә алынмаған сығымдар эләгә.

Өфөләге коммуналь ресурстарҙы иҫәпкә алыу менән бәйле хәлде яҡшыртыу маҡсатында иҫәпләү приборҙарының дөрөҫлөгөн тикшереү, күрһәткестәрҙе яҙып алыу һәм пломбалар ҡуйыу менән шөғөлләнгән яңы хеҙмәтте ойоштороу, шулай уҡ иҫке иҫәпләү приборҙарын күрһәткестәрҙе автоматик рәүештә күсереү функцияһы булғандарына алмаштырыу тәҡдим ителә.

Фото: ciarf.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: