Күп йылдар элек, театр актрисаһы өлөшөнә төшкән, хыялланған ҙур ролдәрем булмаһа ла, ал-ялһыҙ башҡарған эшемдән туйып, тормошомдо тамам үҙгәртергә булып, милицияға эшкә инергә ҡарар ҡылдым. Ҡайҙа? Әлбиттә, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеккә. Киләһе быуынды тәрбиәләүҙән, дөрөҫ юлға баҫырға ярҙам итеүҙән дә изгерәк ниндәй ғәмәл табырға була?
Бүлек етәксеһе, 45 йәштәр тирәһендәге мөләйем ханым, минең менән һөйләшкәндән һуң:
– Бар, аҡыллым, ҡайт театрыңа, бында һиңә ярарлыҡ бер ниндәй ҙә эш юҡ. Һин “милицияла – романтика” тип уйлайһыңдыр инде? Бында романтика ла, байрам да, ял да юҡ. Йүнһеҙ ата-әсәнең ҡаралмаған балалары артынан йөрөп, үҙ сабыйҙарыбыҙҙы тәрбиәләргә лә ваҡыт ҡалмай. Кәрәкме ул һиңә? Һин – йомшаҡ күңелле иҗад кешеһе, беҙҙә эшләһәң, күргәндәреңдән сиргә һабышырһың. Шулай булғас, башҡа бында килеп йөрөмә эш һорап, – тип мине уйымдан ваз кисергә мәжбүр итте.
Әйткәндәй, ул мөләйем ханым менән әлеге көнгәсә дуҫбыҙ һәм ҡасандыр эшкә алмағаны өсөн һәр ваҡыт рәхмәт уҡыйым.
Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар тураһында киң мәғлүмәт сараларында бик һирәк яҙалар, ауыр эштәре лә батырлыҡҡа тиңләнмәй. Улай тиһәң, батырлыҡҡа тормошта һәр саҡ урын да, ваҡыт та бар.
Быйыл бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор, милицияның кесе лейтенанты Риф Мансур улы Әхмәҙинуровтың тыныс тормошта күрһәткән батырлығына 50 йыл тула. Ярты быуат элек, 1972 йылдың 5 авгусында, 23 йәшлек егет, үҙ ғүмерен аямайынса, Кушнаренко район үҙәгендә алты баланың ғүмерен һаҡлап алып ҡала.
Быйыл 19 майҙа батырлыҡҡа 50 йыл тулыу уңайынан район халҡы, урындағы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары йыйған аҡсаға Рәсәйҙә иң беренсе булып Кушнаренко ауылы уртаһында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторға һәйкәл ҡуйылды (скульпторы – Башҡортостан Рәссамдар союзы ағзаһы Илдус Заһитов).
50 йыл элек балаларҙың ғүмерен өҙҙөрмәгән фәрештәләр ҡанаттары менән болоттарҙан аралағандай, аҙна буйы яуған ямғыр ҙа туҡтап, күктә тирә-яҡҡа нурын сәсеп, май ҡояшы балҡыны. Өфөнән ошо сара өсөн махсус килгән оркестр уйнап ебәрҙе. Тигеҙ рәт булып эске эштәр министры урынбаҫары Евгений Алексеевич Полтавец, Кушнаренко районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марат Замир улы Әхмәҙуллин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, һәйкәл ҡуйылған батырыбыҙҙың туғаны булған Рөстәм Марат улы Әхмәҙинуров, Кушнаренко районының эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре, элекке һәм хәҙерге етәкселәре һәм башҡа бик күп ҡунаҡтар теҙелгән.
Барлыҡ сығыштар араһында иң йөрәккә үтеп ингәне, моғайын, алыҫ 1972 йылда һәләкәтле майҙансыҡта уйнап ултырған балаларҙың береһенеке булғандыр. Хәҙер инде ул – донъя күргән, Афған һуғышын үткән олпат ир-уҙаман Риф Хазипов.
– Бик күп ваҡиға хәтерҙән юйылһа ла, шул көндө бик яҡшы хәтерләйем. Йылы йәйге кис етеп килә ине. Элек бит интернет юҡ, бала-саға урамда уйнаны. Беҙ, бер төркөм балалар, үҙәктәге майҙанда йыйылышҡанбыҙ, арыраҡ дүрт-биш йәшлек бәләкәйерәктәр һүрәт төшөрә.
Элек машиналар бик әҙ, күпселек ат егеп йәки һыбай йөрөй ине. Беҙҙән алыҫ түгел аттарҙы бәйләгәндәр. Хәүеф тураһында иң тәүләп сигналды улар бирҙе.
Риф Мансур улын бик яҡшы хәтерләйем. Ул көн шундай матур, ниндәйҙер яҡтылыҡ бөркөлгән кеүек иҫемдә ҡалған. Дежурҙа булғандан һуң ҡайтып килә ине, ҡулына фуражкаһын тотҡан, иҙеүе асыҡ. Кинолағы әкренәйтелгән кадрҙар кеүек булды ул хәлдәр.
Риф ағай атлап килә, майҙандағы аттарҙың барыһы ла бер юлы кешнәп ебәрҙе, боролоштан һыҙғырып, йөк машинаһы боролдо. Рулдәге водитель йоҡлаған булған. Ул ваҡытта Мәскәүҙән уңыш йыйырға килә торғандар ине. Боролдо ла майҙанда түңәрәк яһап йөрөй башланы, түңәрәк ҙурайғандан-ҙурая бара. Беҙ, өлкәнерәк балалар, урыныбыҙҙа аптырашып баҫып торабыҙ, бәләкәйҙәр ҡарамай ҙа уйнай бирә. Уларға етергә бер ун биш метрлап ара ҡалғандыр... – Риф Рәдиф улы тамағына тығылған төйөрҙө йотор өсөн туҡтап ҡалды.
Хәлдең ҡайһы яҡҡа боролош алғанын күреп ҡалған 23 йәшлек егет тиҙ ҡарар ҡыла: йүгереп килеп, үтеп барған йөк машинаһының тупһаһына һикереп менә лә, асыҡ тәҙрә аша үрелеп, рулде балаларҙан икенсе яҡҡа бороп, машинаны һүндерер өсөн асҡысына үрелә. Машинаның хәрәкәте үҙгәргәнгәлер, уянған иҫерек водитель машинаһындағы ят кешене күреп, уның милиционер икәнлегенә иғтибар ҙа итмәйенсә, бар көсө менән ишеген тибеп аса. Кесе лейтенант йығылып төшә лә, йөк машинаһының артҡы тәгәрмәстәре аҫтында ҡалып, шунда уҡ һәләк була... Машина ҡоймаға барып бәрелеп һүнә...
– Тапалған әйтем бар: "Тормошта батырлыҡҡа һәр ваҡыт урын бар". Ҡыйыулыҡ ҡылыр өсөн берәүҙәрҙе йылдар буйы һөнәре буйынса өйрәтәләр, ә икенселәр бына ошолай, көтмәгәндә, тиҙ ҡарар ҡылып, батырлыҡ яһай. Риф ағай булмаһа... – геройҙың аҙашы тағы тынып ҡала.
Һәйкәл асырға килгән халыҡ араһында мыш-мыш киләләр, күптәр күҙ йәштәрен һөртә. Риф ағай булмаһа, күпме ғүмер өҙөлөр ине, күпме ғаиләгә ҡайғы килер ине. Беҙҙең өсөн ул – ысын батыр, һәр саҡ хәтеребеҙҙә буласаҡ.
Риф Мансур улы Әхмәҙинуров (26.10.1948 – 05.08.1972) 1972 йылдың 14 ноябрендә СССР-ҙың эске эштәр министры бойороғо менән шәхси состав исемлегенә мәңгегә индерелгән, СССР Юғары Советы Президиумы исеменән “Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән (үлгәндән һуң).
Һәйкәл ҡуйыу идеяһы тамырҙары Кушнаренконан булған, ҡасандыр район үҙәгендә Р. Әхмәҙинуровтың балалар менән үткәргән иҫкәртеү әңгәмәләрен тыңлап үҫкән, Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы Илдар Ғәлимхан улы Дәүләтовҡа килә. Әйткәндәй, алдағы проекттарҙың инициативалы төркөмөн ойоштороусы ла нәҡ ул була. Кушнаренколағы бер төркөм әүҙемсе менән бергә Башҡортостанда беренсе булып виноградтың төньяҡ сорттарына селекция үткәргән ғалим-агроном Лидия Николаевна Стреляеваға, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Даян Баян улы Мурзинға Рәсәйҙәге беренсе һәйкәлде ҡуйғандар.
Эске эштәр министрлығының Кушнаренко район бүлегенең элекке начальнигы, отставкалағы полковник Радик Ғәли улы Нәсибуллин әлеге проект буйынса инициативалы төркөм рәйесе итеп һайланған һәм һәйкәлде урынлаштырыуға мөмкин ҡәҙәр көсөн һалған.
Шуныһы бик күңелле күренеш: районда кесе Ватанды үҫтереүгә битараф булмаған йәмәғәтселәрҙең эшлеклеләренең нигеҙе барлыҡҡа килде, унда Илдар Дәүләтовтан тыш, Кушнаренко районы эшҡыуарҙары советы рәйесе Салауат Ғәлимов, ҡыҫҡа ваҡытта райондың визит карточкаһы булырға өлгөргән атаҡлы Таш скульптуралар паркы һырлаусыһы һәм төҙөүсеһе Илфир Хәйруллин да инә.
Һәйкәл асылған көндә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров барлығы өс әүҙемсене һәм әле телгә алынған һәйкәлдәрҙең скульпторы, БР Рәссамдар союзы ағзаһы Илдус Заһитовты, "Атайсал" проектына ярашлы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор Р. М. Әхмәҙинуровҡа һәйкәл ҡуйыу ул осорҙоң йәш быуынының иң төп һәм әһәмиәтле байрамы – Пионерҙар көнөнөң 100 йыллыҡ юбилейына тура килеүе айырым мәғәнәгә эйә. Хәҙер үҙ тормоштарын йәш быуынды тәрбиәләүгә һәм яҡлауға, балалар енәйәтселеген иҫкәртеүгә бағышлағандарҙы һәр иртә эшкә килгәндә йәш коллегаларының бюсы ҡаршы ала.
- Светлана Шәрипова