Күренекле ғалим, педагог, оҫта ойоштороусы, алтын ҡуллы хирург, академик Вил Тимербулатовты республикала белмәгән, уның хеҙмәттәре хаҡында хәбәрҙар булмаған кеше һирәктер. Медицина өлкәһе менән яҡындан таныш булмағандар ҙа хирургия өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, яңы диагностика-дауалау ысулдарын ғәмәлгә индергән, ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуҙа аҙ тишемле технологияларҙы тәүгеләрҙән ҡулланған профессор, Салауат Юлаев, Дуҫлыҡ, Григорий Аксаков, “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордендары менән бүләкләнгән, “Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ замандашыбыҙ хаҡында белә.
Ул үҙе лә гел халыҡ араһында, аралашыусан, ябай кеше. Яңыраҡ Вил Мамил улы, 70 йәшлек юбилейын билдәләп, шәкерттәренең һәм хеҙмәттәштәренең ихлас ҡотлауҙарын, матур теләктәрен ҡабул итте.
– Вил Мамил улы, һеҙ – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бик уңышлы эшләгән “аҡһаҡал”дарҙың береһе. Бай тормош юлығыҙҙы байҡап, ҡолас еткеһеҙ хеҙмәттәрегеҙ менән ҡайтанан танышҡандан һуң, тағы ниндәй үрҙәр яуламаҡсыһығыҙ, эштәрегеҙҙең осона сығып еттегеҙме әле, тип һорағы килә...
– Һаулыҡ һаҡлау тармағы – ҡолас еткеһеҙ, үтә ҡатмарлы, тормоштоң үҙе кеүек өҙлөкһөҙ ҡайнап торған яуаплы өлкә. Медицина фәнен үҫтереү – туҡтауһыҙ дауам иткән процесс. Ҡасан ғына әле, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы булараҡ, республикала трансплантология һәм кардиохирургия үҙәктәрен асыуҙы башлап йөрөһәм, хәҙер улар бөйөр, бауыр һәм йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса ҙур уңыштар яуланы.
Республикала аҙ тишемле хирургия үҙәгенә нигеҙ һалыуҙа ҙур ныҡышмалылыҡ күрһәтергә тура килде. Колопроктологтарҙың ғилми мәктәбен ойоштороу шулай уҡ заман талабынан сығып эшләнде. 1993 йылда Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында 800-ҙән ашыу урынға иҫәпләнгән күп профилле хирургия клиникаһы ойоштороу ҙа халыҡ һаулығы ихтыяжынан сығып тормошҡа ашырылды.
30 йылдан ашыу Рәсәй хирургтар йәмғиәтенең республика бүлеге президенты бурысы ла тыныс ҡына ятырға ирек бирмәй, бөгөн Рәсәй, сит ил хирургтары менән тәжрибә уртаҡлашыу һәм аралашыуҙың медицина фәнен үҫтереүгә ҙур йоғонто яһауын күреү һөйөндөрә.
Медицина фәне, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, бер урында тапанып, булған асыштар менән хушһынып, замандың яңы саҡырыуҙарына, һынауҙарына әҙерләнмәй йәшәй алмай. Эйе, үтелгән ғүмер юлдарына әйләнеп баҡһаң, байтаҡ эш башҡарылған кеүек: 48 монография, 1150-нән ашыу ғилми хеҙмәт баҫылған. 29 фән докторы, 76 фән кандидаты әҙерләнем. Әммә башҡараһы эштең осо-ҡырыйы әлегә күренмәй. Тик торһа, тимер ҙә тутыға, һыу ҙа тонсой, әгәр аҡмаһа... Әҙәм балаһы менән дә шундай уҡ хәл.
– Аҡыл эйәһенең “Һәр кем үҙ тауына мәлендә менергә тейеш” тигән фекере менән килешәһегеҙме?
– Эйе, һәр маҡсаттың үҙ яйы, үҙ нигеҙе, үҙ мәле була. Бейеклеккә ваҡытында үрләү өсөн ниндәйҙер этәргесе лә кәрәк. Миңә заманында химия уҡытыусыһы Гәрәй Нурғәли улы Өмөтбаевтың уҡыусыһы булырға, был ят фәнде ҡыҙыҡһыныу менән үҙләштерергә тура килде.
Фән – мауыҡтырғыс, торғаны бер сер донъяһы, мине көндән-көн арбай, ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә бара. Республикала үткән олимпиадаларҙа ҡатнашып, өсөнсө урынға сыҡҡас, химик булыу теләге тағы ла көсәйҙе. Тик фәнде яратһам да, һис кенә лә йөрәккә ятып бөтмәй... 1969 йылда етди ҡарарға килдем – табип булам! Мәктәптә биология уҡытыусыһы булмағас, үҙаллы уҡып, дүрт имтиханды ла уңышлы тапшырғас, Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенты булып киттем.
– Шулай ҙа үҙегеҙҙең ғилми ҡаҙаныштар тулы хеҙмәт юлына, эҙләнеүҙәр һәм асыштар менән үткән фән донъяһына урау-урау һуҡмаҡтарҙан килгәнһегеҙ түгелме?
– Институтты тамамлағас, аспирантурала ҡалырға, анатомия буйынса белемде камиллаштырырға тәҡдим иттеләр. Баш тартырға тура килде, сөнки ғаилә менән йәшәрлек, морон төртөрлөк урын юҡ. Бер аҙ Ишембай районының Маҡар дауаханаһында баш табип булып эшләнем, Ишембай дауаханаһында интернатура үттем, аҙаҡ Благовещен ҡалаһында хирург булдым. 1979 – 1981 йылдарҙа хирургия буйынса ординатурала белем алдым, аҙаҡ хирургия сирҙәре кафедраһына етәкселек иттем һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым.
Башҡортостан дәүләт медицина институты ректоры булған осорҙа төҙөлөш эштәрен дә ойошторҙом. Был осорҙа фармакология факультеты өсөн бина, уҡыу-спорт корпусы, хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ комплексы төҙөлдө. Университет үҙ тарихында тәүге тапҡыр күп профилле клиникаһын һәм стоматология поликлиникаһын булдырҙы. Башҡарылған эштәр араһынан Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына лайыҡ булған бер хеҙмәтте билдәләгем килә – аҙ тишемле яңы технологиялар индереү буйынса ғилми мәктәбебеҙ еңеү яуланы.
Минең төп фәнни эштәрем киң таралған һәм күп кешене яфалаған ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәренә бәйле. Яңы диагностика ысулдары, ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу һәм реабилитациялау, аҙ тишемле технологияларҙы хәүефһеҙ файҙаланыу, лапароскопик операцияларҙы ҡулланыу буйынса медицина өлкәһенә лайыҡлы өлөш индерҙем, тип әйтә алам.
– Вил Мамил улы, ғилми эштәрегеҙ араһынан күңелгә иң яҡыны, ғорурлыҡ уятҡаны, үтә ҡәҙерлеһе ҡайһыһы?
– Ғилми хеҙмәттәрҙең һәр береһе көсөргәнешле эш көндәренән һуң, йыш ҡына йоҡо, ял иҫәбенә яҙыла. Һәр ҡайһыһы медицина өлкәһен алға ебәреүгә, халыҡ һаулығын хәстәрләүгә, ауырыуҙарҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыуға йүнәлтелгән. Әммә 1991 йылда баҫылып сыҡҡан бер хеҙмәттең оҙон ғүмерлелеге һәм әле лә хирургтар өсөн файҙалы булыуы менән ғорурланам. Был темаға ентекләп, миҫалдар менән байытып яҙылған, әле лә проктологтар, хирургтар ҡулланған Рәсәйҙәге берҙән-бер китап ул. Ул тулыландырылғандан һуң биш тапҡыр яңынан баҫылды. “Девертикулярная болезнь” (йыуан эсәк ауырыуы) тип аталған китапты медицина фәндәре докторы, күренекле хирург Венер Сәхәүетдинов менән бергәләп яҙҙыҡ. Һуңғы баҫманы миҫалдар, күҙәтеү, тәжрибә өлгөләре менән байытыуҙа улдарымдың икеһе лә ҡатнашты.
– Буш ерҙә талант тыумай. Ә талантҡа һәр саҡ талап та ҙур...
– 1993 йылда беренсе тапҡыр үт ҡыуығына лапароскопик операцияны яһаным. Ә ул Европала 1989 йылдан алып киң ҡулланылды. Хәҙер ул – ҡәҙимге әмәлиәт, Мәхмүт улым операцияларҙың 99 процентын ошо ысул менән эшләй. Мәҫәлән, бөйөр өҫтө, ашҡаҙан аҫты биҙҙәренә әмәлиәт тап ошо хәүефһеҙ ысул менән башҡарыла. Иң ҙур ҡаҙанышым – үрҙә телгә алынған хеҙмәт емештәрем дә, наградаларым да түгел, ә һөйөклө улдарымдың уңышы. Мәхмүт тә, Шамил да табип һөнәрен үҙ итте, икеһе лә – хирург, медицина фәндәре докторҙары.
Мәхмүт ике тапҡыр Башҡортостан хирургтар ассоциацияһының “Алтын скальпель” премияһына лайыҡ булды. Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Шамил улым да – республикала иң яҡшы хирургтарҙың береһе, “Алтын скальпель” премияһы лауреаты, 500-гә яҡын ғилми хеҙмәте, патенттары бар. Атаһын улар күп йәһәттән уҙҙы! Ниндәй генә юғары вазифаларға эйә булһаң да, атай вазифаһы барыһынан да маҡтаулыраҡ, өҫтөнөрәк. Ғүмерлек һөнәреңде лайыҡлы дауам итеүсе алмашсыларың булыуы үҙе ҙур ғорурлыҡ булһа, бәхеттең иң бөйөгө – изгелеккә хеҙмәт итеү.
- Динә АРЫҪЛАНОВА