Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2022, 14:29

Тармаҡта тәртип урынлаштырыла

Бер йыл элек булдырылған ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге ыңғай һөҙөмтә бирә.

Башҡортостан Хөкүмәтенән.
Фото:Башҡортостан Хөкүмәтенән.

Башҡортостан Хөкүмәтендә ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм республика биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы үткәрелде. Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов комиссия теүәл бер йыл элек ойошторолоуын һәм ошо ваҡыт эсендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыу буйынса системалы эш алып барылыуын билдәләне.

Ведомство-ара комиссия эшмәкәрле­генең ағымдағы йылға төп бурысы итеп дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар өлөшөндә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым йыйыу перспективаларын асыҡлауға йүнәлтелгән бер нисә сара билдәләнгән. Азат Бадранов һүҙҙәренсә, файҙалы ҡаҙылмалар табыуға һалым йыйыу буйынса бюджет килемдәренең үҫешен арттырыу буйынса ҙур ҡеүәт бар. Бөгөнгә һалым йыйыу 200 миллион һум самаһы тәшкил итә, ә ҡеүәт кәмендә бер миллиард һумға баһалана.

Беренсе вице-премьер шулай уҡ ведомство-ара комиссияға быуа ҡаҙыу, балыҡ үрсетеү өсөн быуалар асыу аша ҡом-ҡырсынташ сығарыу һәм һатыу тураһында сигналдар килеүен билдәләне. Уларҙы ҡом-ҡырсынташ сығарыуҙың “бағыр схемаһы” тип тә атайҙар. Мәҫәлән, был осраҡта ер участкалары быуа төҙөү өсөн бирелә, ысынында иһә ҡом-ҡырсынташты һәм башҡа инерт мате­риал­дарҙы рөхсәтһеҙ сығарыу өсөн файҙаланыла. Шуның менән бәйле Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына Ауыл хужалығы министр­лығынан, Эске эштәр министрлығынан, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттән коллегаларҙы йәлеп итеп, ошо тема менән әүҙем шөғөлләнергә ҡушылды.

Шулай уҡ башҡа кире хәл-шарттар ҙа билдә­лән­де. Мәҫәлән, ҡайһы бер төҙөү­селәрҙең, закон менән билдәләнгән тәртиптә Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлы­ғынан лицензия алмайынса, төҙөлөш барышында табылған файҙалы ҡаҙылма­ларҙы файҙаланыу­ҙары тураһында мәғлүмәт килә. Әйтәйек, Өфө төҙөүселә­ренең береһе, ишкәкле канал төҙөйөм тип, ысынбарлыҡта ҡом-ҡырсынташ табыу менән шөғөлләнгән. Әлеге ваҡытта был төҙөүсе менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы зыяндың күләмен иҫәпләй. Шуға бәйле төҙөлөш һөҙөмтәһендә алынған ҡаҙылма байлыҡ­тарҙың яҙмышын билдәләү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк тигән һығымта яһалды.

Ағымдағы йылда комиссия эшмәкәр­легенең тағы бер йүнәлеше – Өфө тирәләй ер аҫты байлыҡтарын файҙа­ланыусыларҙы тикшереү буласаҡ. Ошондай уҡ эш Ҡырмыҫҡалы районында алып барылғайны һәм уның һөҙөмтәһендә өс предприятиеның лицензияһы туҡтатылып торған, ике лицензияһы ғәмәлдән сығарылған. Был эш билдәле бер ыңғай һөҙөмтәгә килтерҙе, мәҫәлән, Өфө райо­нында бөтә ер аҫтын файҙаланыусылар документтарын тәртипкә килтергән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан килгән мәғлүмәттәр буйынса, әлеге ваҡытта улар етди хоҡуҡ боҙоуҙарһыҙ эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, Өфө тирәләй урынлашҡан башҡа райондарҙа проблемалар ҡала. Үткән аҙнала ғына комиссия Иглин районына барған. Тикшереү барышында бетон етештереүселәрҙең береһенең ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә законһыҙ ҡом сығарыуы, шулай уҡ сүп-сар ҡалдыҡтарын карьерҙа уҡ ташлауы асыҡланған. Законһыҙ рәүештә ПГС сығарыу Аҡбирҙе ауыл советы карьерында ла асыҡланған, унда, үҙ ихтыяждары өсөн төҙөлөш материалдары сығарған булып, ғәмәлдә, материалдарҙы өсөнсө кешеләргә һатҡандар. Әле министрлыҡ уларҙың лицензияһын тартып алған. Майҙансыҡты тергеҙеү урынына бында ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу дауам иткән.

“Был эшкә ауыл хужалығын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтте әүҙем ҡушылырға саҡырам, сөнки ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу – иң ныҡ таралған закон боҙоу төрө. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан ерҙәрҙе ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге категориянан сәнәғәт категорияһына күсереү йәһәтенән ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәр­леген контролдә тотоуҙы көсәйтеүҙе һорайым, – тине Азат Бадранов. – Бынан тыш, беҙгә үҙ ихтыяждарына төҙөлөш материалдарын сығарыу өсөн муниципа­литеттарға рөхсәт биреү өлкәһендә көйләүҙе камиллаш­тырырға кәрәк. Бындай рөхсәт ҡағыҙҙары бирер алдынан “үҙ ихтыяждары” күләмен билдәләргә кәрәк”.

Премьер-министрҙың беренсе урын­баҫары һүҙҙәренсә, әле халыҡтың ер аҫтын файҙаланыу­сыларҙың, шул иҫәптән алтын табыу компания­ла­ры­ның эшмәкәрлегенә ялыуҙарының күп тапҡырға кәмеүе теркәлә.

“Ләкин беҙ хәлде барыбер даими контролдә тотабыҙ. Мәҫәлән, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлы­ғының Сибай территориаль комитеты белгестәре Баймаҡ районының Күсей ауыл советы халҡының биләмәлә тәбиғәтте һаҡлау талаптарын боҙоу осрағы буйынса күп һанлы мөрәжә­ғәттәренә бәйле ведомствоға ҡараған территорияла даими нигеҙҙә күсмә тикшереүҙәр үткәрә. 20 июндән 21-енә ҡарай төндә улар “Яҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең лицензиялы участкаһында тейешле документтарҙы теркәмәй, грунтты алыу һәм тейәү буйынса эштәр башҡарыу фактын асыҡланы. Оператив саралар күреү өсөн мәғлүмәт Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлегенә ебәрелгән. Был факт бу­йынса тикшереү башланған. Хәтерегеҙгә төшө­рәм, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министр­лығының территориаль бүлектәре Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса ойошторолдо, улар Урал аръяғында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға контролде һәм күҙәтеүҙе көсәйтте”, – тине Азат Бадранов.

Былтыр ҡағиҙә боҙоусылар һәм муниципалитеттар араһында социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында типовой килешеү әҙерләнгәйне. Шуға бәйле ер аҫтын файҙаланыусыларҙы биләмә­ләрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөн сифат һәм һан яғынан анализларға кәрәк. Бындай килешеүҙәрҙе актуалләштереү, социаль ярҙам күләм­дәрен һәм төрҙәрен аныҡлау мөһим. Бындай мәғлүмәт­тәр тәү сиратта ер аҫтын файҙала­ныусы­ларҙың үҙҙәренә кәрәк, сөнки урындағы халыҡ уларҙы биләмә­ләрҙе үҫтереү мәсьәләләрендә пассив­лыҡта ғәйепләй. Уңышлы һәм социаль яуаплы компаниялар, ғәмәли эштәр тураһында күберәк һөйләргә, мәғлүмәтте киң аудиторияға еткерергә кәрәк. Шуға күрә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына был мәғлүмәтте район хакимиәттәренән йыйыу, килешеүҙәрҙе камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереү мөһим.

Республиканың “Мәғлүмәт-аналитика үҙәге” дәүләт учреждениеһы директоры Дилара Гундорова дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар йәһәтенән файҙа­лы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым 35 муниципалитет бюджетына ғына инеүе тураһында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта ПГС табыу 51 муниципалитетта башҡарыла. Шуның менән бергә төҙөлөш эштәрендә файҙаланылған ПГС материалдары күләменең ер аҫты ҡулланыусыларының бер йылда дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу тураһындағы отчеттарына ярашлы сығарылған сеймал күләменә тап килмәүе күҙәтелә. Шул сәбәпле файҙалы ҡаҙылмалар табыуға һалымдан ингән керемдәрҙең кимәле республика буйынса төҙөлөш күләмдәре менән сағыштырғанда түбән.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов билдә­ләүенсә, әлеге мәлдә Башҡортостанда 249 юридик берәмеккә бирелгән ер аҫты байлыҡ­тарынан файҙаланыу хоҡуғына 648 лицензия бар. 2021 йылдың башынан 2022 йылдың ошо осорона тиклем идаралыҡ 39 тикшереү үткәргән, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса 60 күрһәтмә бирелгән, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 81 эш ҡуҙғатылған. Роман Болотов шулай уҡ 2022-2023 йылдарҙа өс ер аҫтын файҙаланыусының лицен­зияһының, ер аҫты һыуҙарын сығарыуға 26 лицензияның, минераль һыуҙар сығарыуға бер лицензияның һәм углеводород сеймалы сығарыуға бер лицензияның ваҡыты үтеүен билдәләне. Ошоға бәйле компанияларҙы рекультивация эштәрен башҡарыу кәрәклеге хаҡында алдан иҫкәртергә кәрәк. Уның һүҙҙәренсә, 2020-2021 йылдарҙа тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто өсөн ер аҫтын файҙаланыусылар 40 миллион һум аҡса түләгән. Идаралыҡ тарафынан түләүҙәр буйынса тапшырылған материалдарға анализ яһалған һәм күрһәтелгән осор өсөн 277 миллион һум өҫтәлгән.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙа­ланыу һәм экология министры Нияз Фазылов аңлатыуынса, дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылма төрҙәренең төрлөлөгө буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙы биләй.

Территориаль баланстар тарафынан дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙың 14 төрө, шул иҫәптән бер миллиард кубометрҙан күберәк ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы һәм төҙөлөш ҡомо, 857 миллион кубометрҙан ашыу төҙөлөш ташы, 390 миллион кубометрға яҡын кирбесле һәм керамзитлы балсыҡ, 538 миллион тоннаға яҡын гипс запастары иҫәпкә алынған. Запастарҙың дәүләт балансында 1088 киң таралған файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығы иҫәпләнә (шул иҫәптән 267 торф ятҡылығы). Йыл һайын ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар геология-разведкалау эштәрен үткәреүгә 46-50 миллион һум самаһы аҡса һала. 2021 йылда ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланған өсөн республика ҡаҙнаһына 91 миллион һумдан ашыу түләү күсерелгән. Түләүҙәрҙең төп өлөшөн үткәрелгән аукциондар һөҙөмтәләре буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тәшкил итә. Дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым кереме 170 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

“Былтыр Эске эштәр министрлығы һәм прокуратура менән берлектә 1061 рейд үткәрҙек, һөҙөмтәлә 125 законһыҙ табыш осрағы асыҡланды, 116 ғәйеплегә биш миллион һум самаһы штраф һалынды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: хәҙерге ваҡытта республикала карьерҙар­ҙы рекультивациялау буйынса мәсьәлә киҫкен тора. Карьерҙар тигәндә, киң таралған ҡаҙылма байлыҡтарҙы эшкәрт­кәндән һуң барлыҡҡа килгәндәренән тыш, муниципаль берәмектәр үҙ ихтыяждары өсөн тау массаһын сығарыу һөҙөмтәләре буйынса барлыҡҡа килгән карьерҙар ҙа күҙ уңында тотола. Ошондай ташландыҡ карьерҙар урынында йыш ҡына стихиялы сүплектәр барлыҡҡа килә. Республика биләмәһендә бөгөнгә 74 тергеҙелмәгән объект теркәлгән”, – тине Нияз Фазылов.

Уның һүҙҙәренсә, бындай күренеш­тәргә юл ҡуймау, ерҙәрҙе боҙоуҙа ғәйепләнеүселәрҙе билдәләү өсөн хоҡуҡ ҡоралдарын дөрөҫ файҙаланырға кәрәк. Министр, Башҡортостанда ер аҫты участкаһы һатып алыуҙа һәм файҙа­ланыуҙа айырылғыһыҙ шарт сифатында рекультивация буйынса йөкләмәләрҙе үтәүҙе тәьмин итеү буйынса аукцион шарттары булдырыуҙың республика өсөн инновациялы практикаһы индерелә, тип билдәләне.

“Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу­сылар ер аҫты участкаһы менән файҙаланыу хоҡуғы алғанға тиклем үк рекультивация буйынса йөкләмәнең ҡотолғоһоҙ икәнлеген аңларға тейеш”, – тине ул.

  

“Былтыр Эске эштәр министрлығы һәм прокуратура менән берлектә 1061 рейд үткәрҙек, һөҙөмтәлә 125 законһыҙ табыш осрағы асыҡланды, 116 ғәйеплегә биш миллион һум самаһы штраф һалынды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: хәҙерге ваҡытта республикала карьерҙарҙы рекультивациялау буйынса мәсьәлә киҫкен тора. Карьерҙар тигәндә, киң таралған ҡаҙылма байлыҡтарҙы эшкәрткәндән һуң барлыҡҡа килгәндәренән тыш, муниципаль берәмектәр үҙ ихтыяждары өсөн тау массаһын сығарыу һөҙөмтәләре буйынса барлыҡҡа килгән карьерҙар ҙа күҙ уңында тотола. Ошондай ташландыҡ карьерҙар урынында йыш ҡына стихиялы сүплектәр барлыҡҡа килә. Республика биләмәһендә бөгөнгә 74 тергеҙелмәгән объект теркәлгән”, – тине Нияз Фазылов.


Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: