Асҡар ауылында йәшәгән Лилиә Сабитова ҡағыҙҙан мөғжизә тыуҙыра. Эйе-эйе, беҙ бөтөнләй иғтибар итмәгән, уйлап та бирмәгән ябай ҡағыҙҙы бөкләп яһаған, күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәрҙе күргән һәр кем уның ҡағыҙҙан эшләнгәнлеген дә белмәй. Күптәре, талдан икән тип уйлап, тәрән яңылыша.
Ҡағыҙ менән шөғөлләнеү фәнни телдә “оригами” тип йөрөтөлә. Тамырҙары менән, әлеге лә баяғы, Боронғо Ҡытайға барып тоташа. Тәү ҡарашҡа еңел күренгән шөғөлдөң үҙ сере, нескәлектәре бар, ауырлыҡтары ла етерлек. Сабыр кеше генә уны эшләй алалыр, моғайын.
Бәләкәйҙән ҡул эшенә маһир Лилиә Ғәфүр ҡыҙының тәүге һөнәре – тегенсе. Үҙенә оҡшаған кейемде бесеп һәм тегеп кейгән ханым матурлыҡҡа ғашиҡ, һәр саҡ зауыҡлы кейенә, йортон да бөхтә тота. Ысынлап та, Сабитовтарҙың күркәм йортона кергәс тә, хужабикәнең оҫта булыуы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Тәҙрә төптәрендә төрлө гөлдәр сәскә атып ултыра, һәр бүлмә зауыҡ менән йыһазландырылған. Ә инде Лилиә Сабитова үҙе эшләгән әйберҙәрен өҫтәлгә сығарып теҙә башлағас, үҙемде күргәҙмәләр залына ингәндәй хис иттем. Бары ҡағыҙҙан ғына шундай илаһи матурлыҡ тыуҙырып булыуына хайран ҡалырлыҡ! Кер һалыу өсөн кәрзин, кәнфит, йомортҡа, икмәк һауыттары, бәшмәк-еләккә йөрөү өсөн кәрзиндәр, ҡурсаҡ йөрөтөү өсөн коляска, төрлө ҙурлыҡтағы шкатулкалар – барыһын да ҡағыҙҙан эшләгән ул. Ә был әйберҙәрҙе яһау еңелдән түгел икән...
Тәүҙә Лилиә Сабитова, интернеттан күреп, ҡағыҙҙан үреү өсөн онлайн-дәрестәр ала, артабан үҙенә кәрәкле материал туплай. Кемдер гәзит биттәрен файҙалана, ул иһә магазиндан махсус рәүештә яҙыу өсөн аҡ ҡағыҙ төргәген һатып ала. Тәүҙә уларҙы нәҙек кенә түңәрәккә өйөрөлтөп алып әҙерләй, аҙаҡ ҡатырыу өсөн махсус эшләнгән массаға тығып ала. Артабан кәрәкле төҫ биреп, йыһаз өсөн ҡулланылған лак һөртә, һәм ул ағас кеүек ныҡлы материалға әйләнә. Шунан ғына оҫта уларҙан үҙенә кәрәкле әйбер үрергә тотона. Мәҫәлән, 12 килограмлыҡ әйберҙе күтәреү өсөн эшләнгән бәшмәк кәрзинен үреү өсөн ҡағыҙҙан төрөлгән 700-ҙән ашыу “торба” кәрәк булған. Ә уларҙы эшләү өсөн күпме күҙ нуры, сабырлыҡ һәм көс талап ителә. Әйтеүе генә еңел...
– Күңелем тартҡан шөғөл булғанғамы, һәр әйберемде яратып башҡарам. Еңел түгел, әлбиттә, оҙайлы процедуралар үтергә кәрәк, әммә миңә оҡшай. Эшемдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә аңлатып бөтмәҫлек кинәнес өҫтәй, кәйефте күтәрә. Ваҡыт күп китә, әммә үкенмәйем, – ти Лилиә Ғәфүр ҡыҙы.
Ҡатынының был шөғөлөнә ире Айбулат Камил улы ла, улдары Нурлан менән Рөстәм дә ыңғай ҡарашта. Ҡайһы саҡта күмәкләшеп ярҙам итеп тә ебәрәләр. Лилиә Сабитова әлегә үҙе эшләгән әйберҙәрҙе һатыуға сығармаған, яҡындарына бүләк иткән. Уның эш өлгөләрен күреп, заказ биреүселәр ҙә бар. Кем белә, бәлки, киләсәктә Асҡар ауылы оҫтабикәһенең даны танылыу табып, ҡағыҙҙан эшләнгән мөғжизәләргә һорау ҙа артыр. Әйткәндәй, Магнитогорск ҡалаһынан кафе өсөн интерьерға һораусылар ҙа булған, әлегә үҙе эшләгән әйберҙәрен һатырға йыйынмай оҫта. Киләсәктә үҫтергән гөлдәре өсөн кашпо үреү теләге менән яна, шулай уҡ башҡа ҙур пландары ла бар. Үҙ эшенең ысын оҫтаһына әүерелеп, эштәре ҙур күргәҙмәләрҙе яулар саҡтары алда әле Лилиә Сабитованың. Оҫтабикәнең бар ынтылышында һәм ижадында яңы уңыштар теләйбеҙ.
- К. ИШБУЛДИНА
Әбйәлил районы