Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2022, 11:30

Луганскиҙа ҡалаларҙы тергеҙәбеҙ

Беҙҙең республиканан барған төҙөүселәр Петровское, Красный Луч ҡалаларында Украина хәрби көстәре утҡа тотҡандан һуң зыян күргән йорттарҙы, социаль объекттарҙы ремонтлай. 

Луганскиҙа ҡалаларҙы тергеҙәбеҙ
Луганскиҙа ҡалаларҙы тергеҙәбеҙ

“Башҡортостандан килгән төҙөүселәр Петровское, Красный Луч ҡалаларында Украина хәрби көстәре утҡа тотҡандан һуң зыян күргән йорттарҙы, социаль объекттарҙы ремонтлай. Сергей Кириенко эш барышы менән танышты”, – тип хәбәр итә билдәле телевизион алып барыусы В. Соловьев үҙенең телеграм-каналында.

Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары генерал-майор Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпте тергеҙеү ваҡытын ике тапҡырға ҡыҫҡартырға саҡырҙы. Башта, эштәр ике йыл дауам итер, тип планлаштырылған.

С. Кириенко шулай уҡ “Сәләмәтлек поезы”ның эше менән танышҡан. Проектта эшләгән кардиолог, эндокринолог, ЛОР, күҙ табибы, УЗИ белгесенән торған медицина бригадаһы урындағы халыҡты ҡабул иткән. 

Сығанаҡ: t.me/SolovievLive/115043

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: