Календарҙа ниндәй генә байрам юҡ! Бына бөгөн социаль селтәрҙәрҙә "Өләсәйҙәр көнө" билдәләнә тип яҙалар. Нисек кенә булмаһын, ҡәҙерле кешеләребеҙҙе иҫкә алыу, хөрмәт белдереү өсөн матур көн, матур сәбәп.
Өләсәйлек
Өләсәй мин - иң юғары исем!
Нисәнсе йыл ошо сифатта
Мин өйрәнәм яңы һөнәрҙәргә –
Өләсәйлек оҡшай ифрат та!
Йәнһүрәттәр хәҙер яҡын дуҫым,
Әкиәттәр төштө иҫемә,
Бала-саға уйындарын беләм –
Аптырайым үҙем үҙемә!
Бала саҡҡа ҡайтҡан кеүек булдым –
Еңелерәк атлай аяҡтар,
Былай барһа эштәр (аңым камил!),
Кәрәкмәҫтер, ахыры, таяҡ та!
Минән күрә улар, өйрәнәләр!
Улар өсөн фиҙа йән-тәнем.
Мин бәхетле, сөнки саф башҡортса
- Өләсәй! – тип әйтә ейәнем.
Фирүзә Абдуллина шиғыры.
Ә һеҙ өләсәйегеҙгә нисек өндәштегеҙ? Ейәндәрегеҙ һеҙгә кем тип өндәшә?
Фото: vk.com/club36676061