Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль 2022, 21:00

Башҡортостан Башлығының кәңәшсеһе тәғәйенләнде

Ул хәрбиҙәр менән бәйләнеш эшен алып барасаҡ.

Башҡортостан Башлығының кәңәшсеһе тәғәйенләнде
Башҡортостан Башлығының кәңәшсеһе тәғәйенләнде

Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, республика Башлығының Башҡортостандан хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе итеп Алик Камалетдинов тәғәйенләнде.

Белешмә. Камалетдинов Алик Финзир улы 1975 йылдың 21 июнендә Благовар районының Языков ауылында тыуған.

Советтар Союзы маршалы К. Рокоссовский исемендәге Алыҫ Көнсығыш юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһын, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған.

1996 – 2000 йылдарҙа танкка ҡаршы взвод командиры, Төньяҡ Флоттағы айырым диңгеҙ бригадаһының айырым һауа-десант штурмлау батальоны һауа-десант штурмлау взводы командиры була.

2000 – 2015 йылдарҙа – Башҡортостан Эске эштәр министрлығының тиҙ яуап биреү махсус отряды оперуполномоченныйы, өлкән инспекторы, өлкән инженеры.

2017 – 2018 йылдарҙа – "Скалон" шәхси һаҡлау ойошмаһы директоры.

2018 – 2021 йылдарҙа Башҡортостандың Бүздәк һәм Благовар райондары хәрби комиссары була.

I һәм II дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены, "Батырлыҡ өсөн" һәм "Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы отличие өсөн" миҙалдары менән наградланған.

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: