Башҡортостандың йөҙөк ҡашы Шүлгәнташ мәмерйәһе – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Рәсәйҙә палеолит дәүеренә ҡараған рәсемдәре менән билдәле берҙән-бер мәмерйә ул. Хәҙер уның янында быға тиклем илебеҙҙә булмаған тарихи-мәҙәни музей комплексы ла барлыҡҡа килде. Иртәгә уны тантаналы асыу сараһы була. Донъя һәм Европа кимәлендәге яңы комплекс тураһында ошо проекттың етәксеһе, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир ҒӘЙНУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Данир Әхмәҙи улы, ниһайәт, ҙур эшегеҙ тамамланды. Бындай комплекс төҙөү идеяһы ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килде?
– Республикабыҙ алдында ҙур бурыс тора ине – Шүлгәнташ мәмерйәһендәге палеолит дәүеренә ҡараған һүрәттәрҙе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индереү. 2010 йылда үҙәккә килдем, 2013-2014 йылдарҙа әлеге проект буйынса эш башланды. Документтарҙы әҙерләп бирербеҙ ҙә инеп тә китербеҙ, тип уйланыҡ, еңел генә бурыс кеүек тойолдо. Ысынбарлыҡта бик оҙон юл булып сыҡты, уның өҫтөндә һигеҙ-туғыҙ йыл дауамында эшләргә тура килде.
Иң тәүҙә ЮНЕСКО эксперттарын саҡырҙыҡ. Улар мәмерйәне ҡарап сыҡты. Һығымта етди яңғыраны: әлеге хәлендә Шүлгәнташты был исемлеккә индереп булмай. Тәү сиратта, мәмерйәне тәртипкә килтерергә кәрәк. Замандаштарыбыҙ уның эсен тултырып граффити яһаған, үҙ имзаларын ҡалдырған, беҙгә “уны башланғыс хәленә килтерергә” тигән талап ҡуйылды. Шулай уҡ эсендәге баҫҡыстарын яңынан проектлау, мәмерйәлә мониторинг системаһын булдырыу кәрәк ине, шуға күрә беҙ фәнни үҙәктең ғилми хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ.
– Ә музей комплексы булдырыу идеяһы нисек барлыҡҡа килде?
– Был да ЮНЕСКО талабы булды. Мәмерйә эсенә кешеләрҙе теләгән ваҡытта индереп булмай, шуға күрә туристар өсөн мәмерйәләге һүрәттәрҙең күсермәһе булған музей кәрәклеге асыҡланды. Талап етди – туристар өсөн мәмерйәнең мәғлүмәттәре һәр ваҡыт асыҡ булырға тейеш. Беҙ Испанияның төньяғында һәм Францияның көньяҡ-көнбайышында ошондай уҡ мәмерйәләр барлығын белә инек. Ласко, Шове, Альтамира... Европаның әлеге мәмерйәләре янында бик шәп музей комплекстары төҙөлгәнлеге, мониторинг системаһының яҡшы булыуы, уларҙа турист үҙәктәре барлығы, үҙәктәрендә реставрация эштәре барыуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ, шуға күрә уларҙың тәжрибәһен өйрәнергә булдыҡ. Ошо йылдар эсендә күп белгестәребеҙ Испания менән Францияға барып ҡайтты, музейҙарының, фәнни үҙәктәренең архитектураһы, эшмәкәрлек алып барыуҙары, экспозицияһы менән танышты. Археолог-тарихсыларыбыҙ мәмерйәнең тарихын өйрәнеү, мәғлүмәттәрҙе теркәп барыу, фәнни эште ойоштороу буйынса ҙур тәжрибә тупланы, технологияларын үҙләштерҙе. Шулай уҡ микробиологтар, геологтар менән бәйләнеш булдырҙыҡ, улар мәмерйәнең мониторинг системаһын өйрәнде. Хосе Антонио Лачерас, Жан-Мишель Женест, Пилар Фатас һәм башҡа ғалимдарға, Европалағы музейҙарға рәхмәт. Ошо ваҡыт арауығында донъяның иң яҡшы реставраторы Эудаль Гийамет беҙгә алты тапҡыр экспедицияға килде. Өс йыл эсендә мәмерйәне тәүге хәленә килтерҙе. Ә бит асылда ғалимдар араһында “Шүлгәнташ – донъялағы иң бысраҡ мәмерйә” тигән фекер таралғайны... Шөкөр, бөгөн хәлдәр башҡаса.
– Был ҙур һәм мөһим эштә республикабыҙ ниндәй ярҙам күрһәтте?
– Башҡортостан етәкселеге ошо идеяны хупламаһа, беҙгә бөтә яҡлап та ярҙам итмәһә, әлбиттә, бер нимә лә килеп сыҡмаҫ ине. Эшебеҙҙә беренсе сиратта республика Хөкүмәте булышлыҡ итте, иң мөһиме – финанс ярҙамын улар үҙ өҫтөнә алды. Һәр аҙымыбыҙҙа килеп сыҡҡан проблемалар хаҡында уларға туранан-тура еткерҙек, һөҙөмтәлә мәсьәләләр хәл ителде. Тотҡарлыҡ булманы. Иң ҙур эш 2018 йылда, Радий Фәрит улы Хәбиров республикаға етәксе булып әйләнеп ҡайтҡас, башланды. Ул шунда уҡ Шүлгәнташ буйынса ҙур кәңәшмә йыйҙы, министрлыҡ вәкилдәре, ҡурсаулыҡ белгестәре менән кәңәшләште, мәмерйәнең бөгөнгө хәлен, перспективаларын белеште. Бик ентекле өйрәнде һәм асылын аңлап бөткәс, был мәҙәни мираҫыбыҙҙы ЮНЕСКО-ға индереү – фәнни генә түгел, ә республиканың көньяғы өсөн иҡтисади яҡтан да файҙалы проект, тигән һығымта яһалды. Музей төҙөлгәс, туризм үҫешәсәк, инвестициялар киләсәк, тигән идея булды.
Хәҙер был ҙур эштең һөҙөмтәһе күренә лә инде. Морат туғайына тиклем асфальт юл түшәлде. Әле музейға һәм уның тирә-яғындағы ауылдарға газ үткәрелә. Юғары тиҙлекле интернет килде, сымһыҙ элемтә бар.
– Урындағы халыҡ был комплексҡа нисек ҡарай?
– Эш һәр ваҡыт ыңғай ғына барманы. Беҙҙә консерватив ҡарашлы кешеләр ҙә бар. Урындағы халыҡ ҡына түгел, йәмәғәтселек, хатта ҡайһы бер ғалимдар араһында ла ҡаршы сығыусылар табылды. “Унда музей нимәгә, тәбиғәтте боҙмағыҙ”, – тиеүселәр ҙә булды. Уларҙың фекеренсә, туризм ҡырағай булырға тейеш. Беҙ иһә бик түҙемле булдыҡ, матбуғат саралары, социаль селтәрҙәр аша аңлатыу эше алып барҙыҡ. Комплекс беҙгә кәрәк, ЮНЕСКО-ға инеү – абруйлы, туризмды үҫтереү урындағы кешеләр өсөн дә файҙалы, тинек. Ғөмүмән, ойошҡан туризм тәбиғәткә зыян килтермәй. Кеше яҡшы ҡунаҡханала йәшәһә, матур юлдарҙан йөрөп, таҙа урында ашап, ял итһә, ул сүп-сарын да ташлап китмәй.
– Музейға килгән кешеләрҙе ниндәй күренештәр менән һоҡландырырға, шаҡ ҡатырырға уйлайһығыҙ?
– Экспозицияға килгәндә, әлегә был – ҙур сер. Барып күрегеҙ! Шуныһын ғына әйтәм: бик тырыштыҡ, Европаныҡынан һис ҡалышмаҫлыҡ итеп эшләнек. Яңыраҡ ҡына унда бөтә Рәсәйҙән ИКОМОС эксперттары килде. Улар белдереүенсә, бындай кимәлдә йыһазландырылған музейҙар, фәнни үҙәктәр хатта Мәскәү, Санкт-Петербургта ла юҡ. Комплексты үҙебеҙҙең егеттәр – Рөстәм Әлибаев етәкселегендә “Архтамға” бюроһы проектланы. Эште башлар алдынан беҙ Рөстәм менән Көнбайыш Европаға барып, бөтә музейҙарын ҡарап сыҡтыҡ, Төркиә, Ҡаҙағстан, Мәскәү, Ҡазан тарафтарында ла булдыҡ. Донъяның кәм тигәндә 50 музейын өйрәндек. Турист булып ҡына барманыҡ, музейҙар етәкселеге менән дә осраштыҡ, яҡшы яҡтарын, етешһеҙлектәрен тикшерҙек. Хәҙер “Шүлгәнташ” музейы – Европалағы бөгөнгө технологияларҙы ҡулланып эшләнгән, бөтә талаптарға яуап биргән үҙенсәлекле объект.
– Ә шулай ҙа унда нимәләр бар? Аҙ ғына булһа ла серҙе асығыҙ әле!
– Һис шикһеҙ, һәр кем уны үҙе барып күрергә тейеш. Музей Шүлгәнташтың боронғо тарихына арналған. Республикаға, районға ҡағылышы юҡ. Шуныһын әйтәм: ул Мөхәмәтша Буранғоловҡа, “Аҡбуҙат”, “Урал батыр” эпостарына бағышланған экспозициялар менән тамамлана. Халҡыбыҙҙың боронғо эпостары, легендалары ошо мәмерйә, боронғо мәҙәниәт менән бәйле, һәм шуға быны кәрәкле тип таптыҡ. Музейҙың дауамы булараҡ, Йылҡысыҡҡан күле янында Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйҙыҡ. Икенсе урында булһа ла, ул да проекттың бер өлөшө, тарихи комплекстың дауамы.
Музей бәләкәй балаларҙан алып иң оло кешеләргә лә, ғалимдарға ла ҡыҙыҡлы буласаҡ. Уны эшләгән саҡта бер һорауға яуап бирергә тырыштыҡ: “Беҙ был донъяға, Көньяҡ Уралға ҡайҙан килгәнбеҙ? Нисек, ниндәй юлдар үткәнбеҙ?” Музей экспозицияһы миллиондарса йыл әүәлге ваҡиғаларҙан башлана. Рәссамдар, дизайнерҙар бик креатив ҡарашлы булды – күп интерактив яңылыҡтар бар. Беҙ күреп өйрәнгән музей экспозицияһы түгел был, ҡарашты бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа йүнәлтә, әллә ҡайҙарға алып китә. Уны кеше тетрәнеү хисе кисереп, аптырап аңларға тейеш. Музей ҡуласа кеүек урынлаштырылған, уны аңлар өсөн яйлап бер нисә тапҡыр ҡарап сығырға кәрәк. Мультимедиа саралары күп, төймәләргә баҫып ҡарарға була. Видео, махсус фильмдар төшөрөлдө. Контент бик бай. Бөтә яҙмалар, видеотекстар өс телдә – башҡортса, русса һәм инглизсә, теләгәнен һайларға була.
Йыһаздарҙы бөтә Рәсәй буйлап йыйҙыҡ. Манекендарҙы Новосибирскиҙа эшләттек. Костюмдарҙы Ямал-Ненец автономиялы округында тектереп алдыҡ. Унда бер генә урында боронғо технологияларҙы ҡулланған оҫтахана ҡалған, улар менән хеҙмәттәшлек иттек. Ҡоралдарҙы Воронеж өлкәһендәге оҫтахананан эшләттек. Йәнлек һөлдәләрен бар республиканан йыйҙыҡ, бер өлөшөн Саха (Яҡут) Республикаһынан килтерҙек. Мәмерйә эсендәге һүрәттәрҙең 3D күсермәһе булдырылды. Уларҙы бер нисек тә ысынынан айырып булмай. Шүлгәнташтың диуарын һүрәттәре менән бергә киҫеп алып ҡуйған кеүек. Был эштә бөтөнләй яңы технологиялар ҡулланылды.
– Музейҙан тыш, был комплекста фәнни үҙәк, мәҙәни объект та була, тиҙәр...
– Эйе, бында музей ғына түгел, мәҙәни һәм ғилми комплекс та булдырылды. Уның тышҡы яғында матур амфитеатр бар. Музейҙың бер стенаһы сәхнә булып хеҙмәт итә, уның янында 500 кешелек майҙансыҡ төҙөлдө. 140 һәм 40 урынлыҡ ике конференция залы, балаларға уҡыу өсөн өс класс эшләнде. Музей эсендә кафе асыла. Фәнни үҙәктә кабинеттар, лабораториялар булдырылды, улар ҡеүәтле супер компьютерҙар менән йыһазландырылды. Ғалимдар бында рәхәтләнеп эшләй аласаҡ. Комплекстың дөйөм майҙаны – дүрт мең квадрат метр, шуның 1500 квадрат метрында экспозициялар урынлаштырылған.
Музей йыл әйләнәһенә эшләйәсәк. Йәйен башлыса туристар йөрөһә, көҙлө-ҡышлы уҡыусылар килеп шөғөлләнер, тип уйлайбыҙ. Теләгән ваҡытта барып күрергә мөмкин, хаҡы ҡиммәт булмаясаҡ.
– Яңы музей асылғас, мәмерйәнең үҙе туристар өсөн ябыласаҡ тигән имеш-мимеш йөрөй. Был дөрөҫмө?
– Юҡ, мәмерйә бер ҡасан да ябылмаясаҡ. 300 метрлыҡ маршрут гел асыҡ буласаҡ. Траптар, баҫҡыстар бар, туристар теләгән саҡта инә ала. Билдәле булыуынса, ысын һүрәт булған өлөш төптә, улар ябай кешеләр өсөн күптән ябыҡ. Тик белгестәр фәнни яҡтан өйрәнә алһын өсөн генә индерәләр унда. Европа музейҙары бөтәһе лә шундай принцип менән эшләй.
– Шүлгәнташ мәмерйәһе беҙҙе киләсәктә яңы асыштары менән ҡыуандырырмы?
– Европа мәмерйәләре бик бәләкәй. Улар янында беҙҙеке ныҡ ҙур, киң. Франция, Испания ғалимдары һоҡланып бөтә алмай. Урыны менән Шүлгәнташ 40 метр бейеклеккә барып етә, кеше үтә алған оҙонлоғо – 3,5 километр! Европала иһә өс метр бейеклектәге, 20-30 метрлыҡ ҡына ҡыуышлыҡтар бар. Беҙҙең ҙур, мөһабәт Шүлгәнташыбыҙ бик күп сер һаҡлай. Әле унда асылмаған һүрәттәр бихисап. Тик әлегә асырға ашыҡмайбыҙ. Һүрәт асыу ҙур реставрация эше талап итә, һаҡлыҡ кәрәк. Улар бит төрлө ҡатламдар аҫтында 18-19 мең йыл элек яһалған, зыян килтереп ҡуймайыҡ, тип хәүефләнәбеҙ.
Ә былай асыштар даими бара. Мәҫәлән, 2017 йылдың ноябрендә реставрация ваҡытында дөйә рәсеме табылды. Донъяла ошонан да боронғораҡ дөйә һүрәте юҡ. Быны бөтә ғилми йәмәғәтселек таныны. Ул 19 мең йыл элек үҙенсәлекле итеп төшөрөлгән, кеше уны баш бармағы менән яһаған, тиҙәр. Өҫтәрәк бәләкәй генә ерҙе таҙартып ҡараныҡ. Унда буяу, яңы һүрәт барлығын беләбеҙ, тик уны асыу ғәмәле киләсәккә ҡала. Был яңы технологиялар буйынса эшләнәсәк. Беҙ хәҙер юҡҡа сығып, кеше күҙенә күренмәгән һүрәттәрҙе лә табырға өйрәндек. Ҡыҫҡаһы, ғүмер буйы өйрәнерлек серҙәр, асыштар буласаҡ.
– Иртәгә ҙур эштең йомғағы булараҡ ошо комплекс асыла. Ул үҙ маҡсаттарына өлгәштеме? Киләсәккә ниндәй уй-ниәт менән йәшәйһегеҙ?
– Маҡсаттарға өлгәштек, иҫ китмәле ҙур эш башҡарҙыҡ. Халыҡ-ара хәлдәр көйләнгәс, ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә инергә тейешбеҙ. Республикаға килгәндә, беҙ донъя кимәлендәге объектлы булдыҡ. Уның аша Европа йәмәғәтселеге беҙҙе юғары мәҙәниәтле, тарихи ҡомартҡыларына иғтибарлы халыҡ тип таныясаҡ. Шулай уҡ урындағы кешеләр өсөн дә файҙаһы ҙур. Шүлгәнташтың тирә-яғы төҙөкләндерелде, хәҙер бында туризм үҫешер, инвесторҙар килер, тип ышанабыҙ. Музейҙа 40-ҡа яҡын эш урыны булдырылды, башлыса урындағы кадрҙарҙы үҫтерергә тырышабыҙ.
Был проект сафҡа ингәс, беҙҙең ғилми үҙәк күп тә тормай яңы проектҡа тотонасаҡ. Уныһы әлегә сер, тик шуны әйтәм: ул да ошондай ҙур һәм әһәмиәтле булмаҡсы. Беҙ “Шүлгәнташ” музей комплексы өҫтөндә эшләгән ныҡ көслө команда туплағайныҡ. Был мөмкинлектәрҙе артабан да республика мәнфәғәте өсөн файҙаланасаҡбыҙ. Әле иһә бөтәһен дә яңы комплексҡа саҡырабыҙ!
Жан-Мишель ЖЕНЕСТ,
ғалим-археолог,
Францияның һәм Европаның ҡаяға
төшөрөлгән һынлы сәнғәтен өйрәнеүсе
эксперт, Ласко мәмерйәһен һаҡлаусы:
– Европалағы күп мәмерйәләр халыҡ өсөн ябыҡ. Тарихи мираҫты күрһәтеү өсөн туристарға үҙенсәлекле һүрәттәр төшөрөлгән мәмерйә залдарын асыу мотлаҡ түгел. Мәҫәлән, француз мәмерйәләре бик бәләкәй, ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре лә нескә генә. Туристар ошондай бай мираҫтың барлығы тураһында күберәк белһен өсөн, был хаҡта йышыраҡ һөйләргә кәрәк. Уларҙы күрһәтеү өсөн 3D-технологияларҙы файҙаланыу бик яҡшы булыр ине. Был һәйкәлдең бөтә бөйөклөгөн асасаҡ. Мәмерйәгә виртуаль тур ойошторорға кәрәк. Яңы технологиялар ярҙамында быларҙың барыһына ла өлгәшеп була.
Һуңғы бер нисә йылда Шүлгәнташ мәмерйәһендә башҡарылған эштәрҙе анализлап, уның стеналарын граффитиҙан таҙартҡан реставраторҙарҙың хеҙмәтен һәм эске төҙөкләндереүҙе юғары баһалайым. Шүлгәнташ бик яҡшы һаҡланған һәм йыһазландырылған. Мин был мәмерйәне һаҡлаусы булһам, бәлки, яңы һүрәттәр эҙләр инем. Кальцит ҡатламын бөтөрөү буйынса бик уңайлы программа бар. Бер нисә йыл элек дөйә һүрәтен таптылар бит, тағы әллә күпме һүрәт табылыуы ихтимал.
Эудаль ГИЙАМЕТ,
ҡаяға һәм стенаға төшөрөлгән
һынлы сәнғәт эксперты
һәм реставраторы:
– Шүлгәнташ Альтамира, Ласко, Фон-де-Гомм, Эль-Кастильо, Шове һәм Руффиньяк менән бергә донъяның иң әһәмиәтле мәмерйәләре исемлегенә инә. Быны ҡаяға төшөрөлгән һынлы сәнғәт белгестәренең бөтә донъя берләшмәһе лә таный. Шул уҡ ваҡытта Шүлгәнташ мәмерйәһе – берҙән-бер һәм ҡабатланмаҫ ҡомартҡы, сөнки башҡа ошондай объекттарҙан дүрт мең саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Шулай уҡ ул нәҡ ошонда дөйә-бактриан һүрәтенең һаҡланыуы менән дә ифрат үҙенсәлекле. Палеолит сәнғәтендә улар башҡа бер ерҙә лә юҡ.
Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр – уникаль мәҙәни мираҫ, һәм республика уны бик яҡшы һаҡлай. Шүлгәнташта мәмерйә мөхитен контролдә тотҡан идеаль система ҡуйылған. Даими климат контроле – ЮНЕСКО-ның төп талабы.
Музей комплексын төҙөү, мәмерйәне ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү, уны һаҡлауға арналған ғилми эшмәкәрлек – берҙәм, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта бик ҡатмарлы проект. Үкенескә ҡаршы, Шүлгәнташ мәмерйәһе ныҡ бысраҡ ине. Хәҙер беҙҙә граффитиҙан таҙа, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған ғәжәйеп мәмерйә һәм уның менән берҙәм комплексты тәшкил иткән музей бар.
Татьяна Виноградова,
ИКОМОС Милли комитетының
Түбәнге Новгород төбәк бүлеге етәксеһе,
Милли дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү
академияһы профессоры,
техник фәндәр кандидаты:
– “Шүлгәнташ” музей комплексының архитектураһы иҫ китмәле. Ябай кеүек, әммә ошо ябайлыҡты бирә белеү айырым бер оҫталыҡ талап итә. Заманса, әммә тирә-яҡ мөхиттән айырылмай, “ҡысҡырып тормай”. Мин стилләштереүҙе яратмайым, йыш ҡына дөрөҫ килеп сыҡмай ул. Ошо проектты ижад иткән архитектор – новатор. Башҡортостанда Рәсәйҙең ҡеүәтле, көслө тауышын күрҙем. Ошо бинанан, бына тигән экспозициянан һәм мәмерйәнән башлап барыһы ла юғары кимәлдә.
Фәүзил МАЛИКОВ,
“Шүлгәнташ мәмерйәһе”
музей-ҡурсаулығы директоры:
– Тәүҙә музей Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге филиалы булараҡ асылғайны, 2016 йылда юридик статус алып, айырымланды. Шүлгәнташ мәмерйәһен, ундағы палеолит дәүере һүрәттәрен һаҡлау һәм уларҙы донъяға танытыу – ойошманың төп маҡсаты. Музей-ҡурсаулыҡ алдында, мәмерйәнән тыш, уның эргә-тирәһен дә һаҡлау бурысы ҡуйылған. Бының өсөн Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән мәмерйә биләмәһен, Шүлгән йылғаһы бассейнын үҙ эсенә алған “Урал батыр ере” иҫтәлекле урыны булдырылды. 2016 йылда ойошмала биш белгес булһа, хәҙер хеҙмәткәрҙәр һаны 30-ға етте. Шуларҙың яртыһынан күберәге – урындағы халыҡ. Киләсәктә кадрҙар һаны 40-тан ашырға тейеш. Эшкә алғанда Бөрйән йәштәренә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Юғары уҡыу йортон тамамлағандарҙы үҙебеҙ уҡытып, эшкә өйрәтеп алабыҙ.
Сергей ЧАИРКИН,
Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлегенең
Тарих һәм археология институты хеҙмәткәре:
– Шүлгәнташ мәмерйәһен һаҡлау буйынса алып барылған эш күләме, музей комплексы һәм уның экспозицияһы өҫтөндә хеҙмәт иткән команданың ижади ҡеүәте һәм новаторлыҡ фекерҙәре иҫ китмәле.
Мин ИКОМОС ойошмаһының Свердловск төбәк бүлексәһе ағзаһымын, шуға ла объектты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү өсөн ниндәй ҙур хеҙмәт талап ителеүен яҡшы аңлайым. Был уңайҙан Шүлгәнташ буйынса эшләгән юғары квалификациялы ижади коллективтың тырышлығын юғары баһалайым, эштәренең һөҙөмтәһе мотлаҡ буласаҡ, тип ышанам.
Рәсәйҙә палеолит дәүеренә ҡараған тағы бер мәмерйә – Ямаҙыташ (Игнатиевская) бар. Әммә һүрәттәре туристарҙан ныҡ зыян күргән, унда әле лә контролһеҙ халыҡ ағымы дауам итә. Яҡын арала уникаль объектта ғилми-тикшеренеү эштәре башланмаһа, мәҙәни ҡомартҡы булараҡ, Ямаҙыташты юғалтасаҡбыҙ. Бәхеткә күрә, Шүлгәнташҡа бындай хәүеф янамай.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА