Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 20:30

Яңы поликлиника 1 сентябрҙә эшләй башлай

Радий Хәбиров Бөрөгә эш сәфәре ҡылды.

Яңы поликлиника 1 сентябрҙә эшләй башлай
Яңы поликлиника 1 сентябрҙә эшләй башлай

Бөгөн Бөрөгә эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы поликлиникала булды. Учреждение өлкәндәрҙе һәм балаларҙы хеҙмәтләндерә.

Медицина учреждениеһының корпусы 2020 йылда төҙөлә башлаған, Әүәлге поликлиника санитария һәм пациенттарҙы хеҙмәтләндереү талаптарына яуап бирмәгән. Быйыл июль башында яңы объектта монтажлау һәм биҙәү эштәре тулыһынса тамамланған, поликлиниканы ҡорамалдар менән йыһазландыра башлағандар. Бынан тыш, төҙөүселәр учреждение биләмәһен төҙөкләндергән, балалар майҙансығын эшләгән.

Ике мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды үҙ эсенә алған биш ҡатлы бинала лаборатор-диагностика комплексы, хирургия, рентгенология һәм эндоскопия бүлектәре, процедура кабинеттары, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр урынлашҡан.

Бөрө үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, дауахана Бөрө, Асҡын, Борай, Балтас, Мишкә һәм Ҡариҙел райондарынан 170 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Яңы корпус сафҡа индерелгәс, диагностикалау һәм дауалау шарттары күпкә яҡшырасаҡ, был халыҡҡа күрһәтелгән медицина ярҙамының сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Төбәк етәксеһе поликлиниканы ҡарап сыҡты, пациенттарҙы 1 сентябрҙә ҡабул итә башлауға әҙерләнергә ҡушты.

Поликлиникала Радий Хәбиров Бөрө медицина-фармацевтика колледжы етәкселеге һәм студенттары менән аралашты. Йәштәрҙең күбеһе Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инергә ниәтләй. Йәш белгестәрҙең бер өлөшө яңы поликлиникала эшләйәсәк.

Колледж коллективы Башҡортостан Башлығын 1 сентябрҙә Нефтекамала уҡыу йортоноң филиалын асыу тантанаһына саҡырҙы.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Яңы поликлиника 1 сентябрҙә эшләй башлай
Яңы поликлиника 1 сентябрҙә эшләй башлай
Яңы поликлиника 1 сентябрҙә эшләй башлай
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: