Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь , 14:53

Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ юҡ

Хаҡлы ялға сыҡҡас, яратҡан шөғөлөн таба.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Сәскәләрҙе кем яратмай?! Күҙҙең яуын алып ултырған гөлдәр үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙар иһә икеләтә матур кеүек. Шундайҙарҙың береһе – Белорет районының Инйәр ауылынан Рәйсә Асҡарова. Егәрле хужабикәнең ихатаһы йәйҙән көҙгә ҡәҙәр аллы-гөллө сәскәгә күмелә, тәҙрә төптәрендәге гөлдәре йыл әйләнәһенә хуш еҫ тарата.

Рәйсә Заһит ҡыҙы Черновка ауылында биш балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ата-әсәһе оҙаҡ йылдар “Белорет” совхозында хеҙмәт итә. Һәр ауыл балаһы кеүек, ғаиләлә үҫкән ике малай менән өс ҡыҙ кескәй саҡтарынан эшкә тилбер, егәрле булып буй еткерә. Әзекәй мәктәбен тамамлағас, Рәйсә Белорет медицина училищеһына уҡырға инә.

– Башта уҡытыусы булырға хыялландым. Әзекәйҙә интернатта ятып уҡығанда, ҡыҙҙар менән китап уҡырға яраттыҡ, төндә лә йәшереп уҡый инек, шул сәбәпле күҙем насарайҙы. Медицина хеҙмәткәре булһам, үҙемде һәм яҡындарымды дауалармын тип, ошо өлкәне һайланым. Өҫтәүенә ниңәлер дарыу еҫен ярата инем, – тип бала сағын иҫкә төшөрҙө әңгәмәсем.

Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән ҡыҙ медицина училищеһында ла һынатмай: көслө, талапсан, үҙ һөнәрҙәренең оҫталары булып танылған остаздарының һәр дәресен көтөп алып, тырышып уҡый.

Хеҙмәт юлын Асы дауаханаһында башлай йәш белгес. Ошо ауыл егете менән ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош тигәнең һин уйлағанса ғына бармай шул. Шатлыҡ-ҡыуаныстары менән бергә юғалтыу-һыҙланыуҙары ла, оло ҡайғылары ла йәнәшә йөрөй. Кинйә улдары фажиғәле вафат була. Ғүмере буйы юл идараһында экскаваторсы булып эшләгән тормош иптәше лә иртә китә яҡты донъянан.

Ҡайғыһын эш менән баҫа көслө рухлы ханым, ике улына терәк-таяныс булып, уларҙы уҡытыуға, оло тормош юлына баҫтырыуға күп көс һала. Бөгөн Рәйсә Заһит ҡыҙының улдары, ғаилә ҡороп, үҙҙәре балалар үҫтерә. Динис – Мәскәүҙә, Флорид Татарстанда төпләнгән. Тыуған йорттан алыҫ йәшәһәләр ҙә, әсәйҙәре янына мөмкинлек сыҡҡан һайын ҡайтырға ашҡынып тора улар. Ейәнсәрен, ике ейәнен һөйөп ҡыуана бәхетле өләсәй, балалары эргәһенә үҙе лә йыш ҡына барып тора.

Эш урынында ла һәр ваҡыт маҡтаулы була Рәйсә Асҡарова. Уның тырыш хеҙмәтен әллә күпме почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары, хеҙмәт ветераны исеме раҫлай. 43 йыл ғүмерен медицинаға арнаған белгескә, ике йыл хаҡлы ялда булһа ла, әле лә ярҙам, кәңәш һорап мөрәжәғәт итәләр. Бер кемде лә кире бороп сығармай ул, ҡайһы саҡта ауырыу кешене дауаларға укол-дарыуҙан да бигерәк, бер йылы һүҙ ҙә етә бит.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Рәйсә Заһит ҡыҙы ныҡлап сәскәләр үҫтерә башлай.

– Сәскә яратыуым бала саҡтан килә. Әсәйем ғүмере буйы сәскә, гөлдәр үҫтерҙе. Ҡартайған көнөндә лә тәҙрә төптәре улар менән тула ине. Апайымдың да, һеңлемдең дә донъялары сәскәгә күмелгән. Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, ти халыҡ мәҡәле. Сәскәләр – нәфислек, шатлыҡ, бәхет, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы. Улар донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, яманһыу ваҡытта кәйефте күтәрергә ярҙам итә, – ти уңған ҡатын.

Уның баҡсаһында әллә нисә төр сәскә үҫә. Петуния, гортензия, астра, флоксия, циния, октябрина, раузалар хуш еҫ бөркөп, күҙҙен яуын ала. Уларҙы нисек үҫтереү, тәрбиәләү тураһында кәңәштәре менән дә ихлас уртаҡлаша Рәйсә ханым. Яратҡан шөғөлө уңған хужабикәгә бер аҙ килем дә килтерә. Ауылдаштары ул үҫтергән үрсетмәләрҙе кемуҙарҙан һатып ала. Баҡсаһында емеш-еләге лә ишелеп уңа, бынан тыш, күп итеп ҡош-ҡорт та аҫрай.

Рәйсә Асҡарова сәләмәт тормош яҡлы, спортты үҙ итә: көн һайын скандинавса йөрөш менән шөғөлләнә, ҡышын саңғыла шыуа.

– Нисек ябай яңғырамаһын, кеше өсөн иң мөһиме – үҙенең һәм яҡында­рының һаулығы. Сәләмәтлеккә иғтибар бирергә онотмағыҙ, кәрәк икән, аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ, күберәк хәрәкәт итегеҙ, күңе­легеҙгә яҡын кешеләр менән арала­шығыҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ менән булы­шығыҙ. Тәнегеҙ генә түгел, күңел торо­шоғоҙ ҙа сәләмәт булһын, – тигән те­ләктәрен белдерҙе ғүмере буйы кешеләр һаулығы һағында торған тәжрибәле медицина хеҙмәткәре.

-  Римма СОЛТАНОВА
Белорет районы

Читайте нас в