Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2022, 13:30

Лайыҡлы кешеләр арабыҙҙа

Уларҙы һеҙ ҙә күрһәтә алаһығыҙ

Лайыҡлы  кешеләр арабыҙҙа
Лайыҡлы кешеләр арабыҙҙа

 

Башҡортостан Хөкүмәте социаль селтәрҙә  “Башҡортостан - йөҙҙәрҙә” челленджын эшләне.

  • Үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙең матурлығы менән ғорурланыуыбыҙ, производстволарҙың ҡеүәте, министрлыҡтарҙың көйлө эше тураһында йыш һөйләйбеҙ. Ләкин республикабыҙҙың иң ҙур ҡаҙанышы – уның кешеләре. Беҙҙе көн һайын уратып алыусылар: уларҙы һеҙ өйҙә, эштә осратаһығыҙ, бер автобуста бараһығыҙ йәки уларға  поликлиникаға йөрөйһөгөҙ, улар һеҙҙең балаларығыҙҙы математикаға йәки үҙегеҙгә радиоэлектроника нигеҙҙәрен өйрәтә”, - тиелә социаль селтәрҙә.

Республикала йәшәүселәргә Башҡортостандың ҡыҙыҡлы кешеләренең ҡаҙаныштары менән уртаҡлашырға тәҡдим ителә. Улар дуҫтарығыҙ, коллегаларығыҙ, туғандарығыҙ, яҡташтарығыҙ булыуы мөмкин. Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙең береһендә  (Бәйләнештә, Класташтар) үҙегеҙҙең битегеҙҙә фотоһүрәттәр һәм видеороликтар менән текст һалырға  кәрәк. Хештег ҡуйыу ҙа төп шарт булып тора.

Көн һайын Башҡортостан Хөкүмәте аккаунттарында ҡыҙыҡлы кешеләрҙең биографиялары баҫылыр. Челленж шарттары буйынса иң сағыу тарихтар менән уртаҡлашыусыларҙы  республика Хөкүмәтенән һәм Мәҙәниәт министрлығынан бүләктәр көтә. Был сараны уҙғарыу ваҡыты 1 октябрҙән 12-һенә тиклем.

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: