Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2022, 21:30

Зәйнулла ағайҙы туғандары эҙләй

Улар хәбәр итеүенсә...

Зәйнулла ағайҙы туғандары эҙләй
Зәйнулла ағайҙы туғандары эҙләй

Ейәнсура районының Башҡорт Бармағы ауылынан Зәйнулла Назаровтың юғалғаны тураһында хәбәр иттеләр.

"Ҡыҙғанысҡа күрә, ағайыбыҙ әлегә хәтлем табылманы, – тип ярҙам һорап яҙған Зәйнулла Назаровтың яҡындары. – Ул 21 сентябрҙә өйөнән сығып киткән һәм ошоғаса бер ниндәй ҙә хәбәре юҡ. Эҙләү дауам итә. Әйткәндәй, 22 сентябргә уны Ҡужанаҡ ауылында күргәндәр".

Зәйнулла Назаров тураһында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, Иҫәнғол ауылы, Сәнәғәт урамы, 4б адресы буйынса урынлашҡан полиция бүлегенә йә дежур часҡа (34785) 2-15-15, 2-71-95 йәки 8-996-580-46-79, 89378455416, 89273370385 телефондары буйынса шылтыратығыҙ.

Фото: "Үҫәргәндәр ере-Ейәнсура" төркөмө.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: