Нуриман районы ЗАГС-ында яңыраҡ игеҙәк сабыйҙарҙы тантаналы шарттарҙа теркәү ойошторолдо. Атайҙың да, әсәйҙең дә шатлығы сикһеҙ. Улар бер мәлдә күп балалы ғаилә статусына эйә булды.
Алһыу һәм Заһир Бүләковтар ғаиләһендәге баш балалары эргәһенә Тимур исемле улдары һәм Ариана исемле ҡыҙҙары өҫтәлде. Сабыйҙар тормошондағы тәүге һәм иң мөһим документты – тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты бәхетле ғаилә башлығы Заһир Радмир улына тапшырҙылар.
Төклө аяғығыҙ менән, сабыйҙар! Бүләковтарҙың оло ғаиләһенә именлек, муллыҡ, уңыштар теләйбеҙ!
Фото:#госкомюстициирб
#загсырб