Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2022, 22:15

"Беҙ яҡшы йәшәйбеҙ"

Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәгән милләттәр һәм социаль селтәрҙәр тураһында һөйләне. 

"Беҙ яҡшы йәшәйбеҙ"
"Беҙ яҡшы йәшәйбеҙ"

Башҡортостанда иҫ киткес милли субмәҙәниәт, беҙ уны ҡәҙерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ, тине республика башлығы Радий Хәбиров ОТР эфирында. Федераль каналда Башҡортостан Республикаһы көнө бара, бөгөнгө тапшырыуҙар беҙҙең төбәккә арналды.

Алып барыусының Башҡортостанда төрлө милләт кешеләренең нисек йәшәүе тураһында һорауына яуап биреп, Радий Хәбиров былай тине:

– Әгәр Рәсәй – күп милләтле ил икән, Башҡортостан, әгәр шулай тип әйтергә мөмкин булһа, тағы ла күберәк милләтле төбәк. Беҙҙә халыҡтың 36 проценты – рустар, 29,5 проценты – башҡорттар, 25,4 проценты – татарҙар, 2,7 проценты – сыуаштар, 2,6 проценты – мариҙар, бер проценты – украиндар, 0,5 проценты – удмурттар һәм мордвалар. Беҙгә ҡарағанда Дағстанда ғына милләттәр күберәк – унда 38 этник төркөм йәшәй.

Беҙҙә тағы ла башҡа 100 милләт вәкиле бар. Оҙаҡ ваҡыт шулай бергә йәшәйбеҙ. Яҡшы йәшәйбеҙ. Кешеләрҙең үҙҙәрен лайыҡһыҙ тотҡан осраҡтары ла була, әлбиттә, ләкин улар көнкүреш характерында.

Өҫтәүенә беҙҙә ике төп дин – православие һәм ислам бар. Бөтә төркөмдәр ҙә бик тығыҙ үрелгән. Беҙҙә милләт-ара никахтар бик күп. Хатта туй йолалары ла бергә ҡатышҡан. Быларҙың барыһы ла үҙенсәлекле субмәҙәниәт булдырҙы, беҙ уны ҡәҙерләйбеҙ һәм уның менән ғорурланабыҙ.

Башҡортостанда тәүге рус ауылдары 16-сы быуатта уҡ барлыҡҡа килгән, – тип һөйләне Радий Хәбиров.

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы ни өсөн социаль селтәрҙәрҙә эш алып барыуы һәм сәфәрҙәр ваҡытында халыҡ менән күҙмә-күҙ осрашып аралашыуы хаҡында һөйләне. Радий Хәбиров фекеренсә, кабинетта ғына ултырыу  республика менән идара итеүҙең яҡшы ысулы түгел. Кешеләрҙе ишетеү һәм уларҙы нимә борсоғанын белеү мөһим.

"Meta (эшмәкәрлеге Рәсәйҙә экстремистик тип табылған һәм тыйылған ойошма) хоҡуҡҡа ҡаршы һәм рус кешеләрен үлтерергә саҡырып, йәмғиәткә ҡаршы эшләй башлағас, беҙ унан сығып киттек. Миңә Instagarm менән Facebook (эшмәкәрлеге Рәсәйҙә экстремистик тип табылған һәм тыйылған ойошма) селтәрҙәрендә 570 мең кеше яҙылған ине, беҙ унан киттек. Әммә "Бәйләнештә“, "Класташтар“ бар, телеграм-каналым эшләй. Минең сәхифәмә мөрәжәғәттәр килгәндә, коллегаларым иң мөһимдәрен теркәп бара, күҙәтә, һәм улар эшкәртелә. Осрашыуҙарҙа иһә халыҡ нисек бар, шулай әйтә", – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: