Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2022, 21:30

Тотолдо!..

12 миллионлыҡ биҙәүестәр ҡайҙа булған? 

Тотолдо!..
Тотолдо!..

Был енәйәт 19 ноябрҙә кис менән булғайны. 22 йәшлек Карина М. үҙе эшләгән ювелир салонында бер үҙе ҡала һәм 12 миллион һумлыҡ биҙәүестәрҙе алып ҡаса. Һәм бына бөгөн уның табылыуы, ҡулға алыныуы тураһында билдәле булды. Өфө ҡалаһының Киров районы суды ҡыҙҙы 2023 йылдың 20 ғинуарына тиклем һаҡ аҫтына алды.

“Макарова К.И. алдан тикшереү органдары тарафынан 12 миллион һумдан ашыу суммаға ювелир изделиеларын урлауҙа ғәйепләнә, артабан улар менән үҙ ҡарамағы буйынса эш иткән. Суд ҡарары менән тәфтишсенең үтенесе ҡәнәғәтләндерелде: ҡыҙҙы суд 2023 йылдың 20 ғинуарына тиклем һаҡ аҫтына алды”, – тип хәбәр иттеләр судтың матбуғат хеҙмәтенән.

22 йәшлек ҡыҙ Түбәнге Новгород өлкәһенең Дзержинск ҡалаһында йәшәгән һәм юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгән. Өфөгә күптән түгел килгән, был салонда бер нисә ай ғына эшләгән. Биҙәүестәрҙе урлағас, һоро төҫтәге машинаға ултырып киткәне билдәле. Ҡуртымға алынған фатирында ла табылмаған.

Әле асыҡланыуынса, уны тыуған ҡалаһы Дзержинскиҙа тотҡандар. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы Өфөгә алып килгән. Әле енәйәт эшен тикшереү дауам итә. Юғалған биҙәүестәр эҙләнә.

Фото: Эске эштәр министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: