Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2022, 18:00

Яратҡан әсәй, эҙләнеүсән ғалим

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан әсәйҙәр араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ. Сираттағы әсәй - Сибай ҡалаһынан.

Яратҡан әсәй, эҙләнеүсән ғалим
Яратҡан әсәй, эҙләнеүсән ғалим

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан әсәйҙәр араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ. Сибай ҡалаһынан Альбина Ярмуллина – мәҙәниәт хеҙмәткәре, ғалим, тарих фәндәре кандидаты.

Альбина Зөфәр ҡыҙы Сибай ҡалаһының 10-сы урта мәктәбен тамамлағас, Сибай педагогия колледжының “Башланғыс класс уҡытыусыһы” факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, 1999 йылда Сибай институтының тарих-филология факультетында уҡый, тарихсы һөнәрен ала. Хеҙмәт юлын ҡаланың 6-сы урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башлай.

2004 йылдан — СИБДУ-ның тарих кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы, 2010—2014 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының тарих кафедраһы мөдире, юридик факультеттың дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы доценты. Башҡортостан Милли музейҙары директоры була. Әле - Сибай тарих-тирә-яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе. Ул - 80 ашыу фәнни мәҡәләләр авторы. 2019 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы 500 етәксеһе исемлегенә ингән.

“Һәр әсәй өсөн донъяла иң ҡәҙерлеһе – балаһы. Балалар һау-сәләмәт, бәхетле булһа, әсәйҙәрҙең күңеле тыныс, донъяһы түңәрәк!” – ти Альбина Зөфәр ҡыҙы.

Альбина менән Хәсән Ярмуллиндар Иҙелбай исемле бына тигән ул тәрбиәләгәндәр. Ул быйыл өйләнгән. Тимәк, быуын сылбырҙары дауам итә, ғаилә тарихы китабында тағы бәхетле бит яҙылған. Тормошта ошонан да ҙурыраҡ бәхет-ҡыуаныс бармы икән?

 Халҡыбыҙ үткәндәрен өйрәнгән, киләсәк быуындарға тапшырырға тырышҡан уңған әсәй Альбина Ярмуллина өсөн дә тауышыбыҙҙы йәлләмәйек, дуҫтар. Лайктар ҡуяйыҡ, етеп килгән Халыҡ-ара әсәйҙәр көнө айҡанлы изге теләктәребеҙҙе йәлләмәйек.

Фотолар Альбина Ярмуллинаның шәхси архивынан.

 

Яратҡан әсәй, эҙләнеүсән ғалим
Яратҡан әсәй, эҙләнеүсән ғалим
Яратҡан әсәй, эҙләнеүсән ғалим
Яратҡан әсәй, эҙләнеүсән ғалим
Яратҡан әсәй, эҙләнеүсән ғалим
Яратҡан әсәй, эҙләнеүсән ғалим
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: