Бөгөн Башҡортостан Журналистары союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов “Сәләм” телеканалы хәбәрселәрен Бөтә донъя телевидение көнө һәм каналдың өс йыллығы уңайынан ҡотланы. Был турала ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
“Хеҙмәттәштәрҙе Бөтә донъя телевидение көнө һәм “Сәләм” телеканалы ойошторолоуҙың өс йыллығы уңайынан ҡотланым һәм Башҡортостан Журналистар союзының Почет грамоталары менән бүләкләнем.
Шулай уҡ “Сәләм” телеканалы директоры Рәмис Рәжәп улы Дәүләтбаевҡа урындағы телевидениены үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм 60 йәше тулыу уңайынан Владимир Соловьев ҡул ҡуйған Рәсәй Журналистар союзының Почет грамотаһын тапшырҙым.
Артабан да уңыштар һеҙгә, хөрмәтле коллегалар!” – тип яҙҙы Вәдүт Ғәйфулла улы.
Фото: В. Исхаҡовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.