Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2022, 12:45

Улар республика үҫешенә ҙур өлөш индерә

Был аҙнала кемдәр бүләкләнде? 

Улар республика үҫешенә ҙур өлөш индерә
Улар республика үҫешенә ҙур өлөш индерә

Һуңғы аҙналарҙың матур йолаһы буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһе лайыҡлыларҙы наградлау тантанаһы менән башлана. Был юлы юғары бүләктәрҙе Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров менән Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты белгесе Ольга Сарапулова алды.

Ошо көндәрҙә комитет рәйесе Фәрит Ғүмәров 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Комитет ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы тороу, кешеләр ғүмерҙәрен ҡотҡарыу, гуманитар конвойҙар оҙатыу буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Былар өсөн Фәрит Риф улы Башҡортостан Башлығы указы менән генерал Шайморатов ордены менән наградланды.

– Был награда беҙҙең янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар һәм һәр муниципалитеттағы подразделениелар эшмәкәрлегенә баһа. Беҙ Башҡортостан Башлығы һәм республика Хөкүмәте яғынан даими ярҙам тоябыҙ, – тине ул. – Әлеге ваҡытта Ғафури районында яңы янғын депоһы, Нуриман районында ҡотҡарыусылар отряды төҙөлә һәм беҙҙең иң мөһим тармаҡ быйыл вертолет алды. Республикала йәшәүселәрҙең һәм Башҡортостан ҡунаҡтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн беҙ үҙебеҙҙең яҡтан барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Ольга Сарапулова иһә Григорий Аксаков ордены менән бүләкләнде. Радий Фәрит улы белдереүенсә, ул республиканың бәләкәй ҡалаларын төҙөкләндереү өсөн ҙур өлөш индергән кеше.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: