Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2022, 17:30

"Һөйләшер һүҙҙәр күбәйеп киткәйне"

Әгәр музейҙар булмаһа, кешеләр фәнгә мөһим булмаған, сит нәмәгә ҡараған кеүек ҡарай башлаясаҡ. Ә музей - ҡыҙыҡһыныуҙарҙы тоташтырған урын.

"Һөйләшер һүҙҙәр күбәйеп киткәйне"
"Һөйләшер һүҙҙәр күбәйеп киткәйне"

“Урта быуат Евразияһының күсмә цивилизациялары” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында тарих фәндәре докторы, профессор, Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы мөдире Булат Аҙнабаев та ҡатнаша. Ул әлеге симпозиум буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Бындай симпозиумдар һәр ваҡыт кәрәк. Айырыуса ҙур ғилми материал йыйылған саҡта, шул иҫәптән археология, этнология буйынса ла. Улар яңынан тәртипкә һалыуҙы һәм дөйөмләштереүҙе талап итә башлай. Икенсенән, бындай симпозиумдар сит илдәрҙән, күрше өлкәләрҙән тикшеренеүселәрҙе йәлеп итә. Улар беҙҙең тарихҡа ла мөрәжәғәт итә. Ғалимдарға үҙ белемдәрен, асыштарын тикшереп, сағыштырып тороу, башҡаларҙың беҙҙең турала нимә уйлауын белеп торорға кәрәк. Шуға күрә ғилми йыйылыштар күп йылдарға иң мөһим йүнәлештәрҙе билдәләргә ярҙам итә.

Башҡортостанда булдырыласаҡ яңы музейға килгәндә, ул тәү сиратта фәнде популярлаштырыуҙа ҙур роль уйнай. Сөнки фән йәмғиәт ҡыҙыҡһыныуҙарынан айырылырға тейеш түгел. Әгәр бындай үҙәктәр, музейҙар булмаһа, кешеләр ғилемгә мөһим булмаған, сит нәмәгә ҡараған кеүек ҡарай башлаясаҡ. Ә музей - ҡыҙыҡһыныуҙарҙы тоташтырған урын. Шуға күрә әлеге заманда музейҙар ҙур әһәмиәткә эйә, ә унһыҙ үҫеш була алмай, – тине ул.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.  

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: