Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2022, 21:00

"Зинһар, тапшырыуҙы ҡарамағыҙ..."

"Федераль каналға эләгеү күптәнге хыялым ине", - ти йырсы Ришат Төхвәтуллин.

"Зинһар, тапшырыуҙы ҡарамағыҙ..."
"Зинһар, тапшырыуҙы ҡарамағыҙ..."

Татар-башҡорт тамашасыһының яратҡан йырсыһы Ришат Төхвәтуллинды федераль каналдарҙың береһе «Привет, Андрей!» тапшырыуына саҡырған. Унда Ришат төрөк йырсыһы Таркандың йырын башҡарып, шулай уҡ баянда һәм гитарала уйнап, барыһының да күңелен әсир итте. Тапшырыуҙа шулай уҡ Ришаттың тыуған яғы һәм ата-әсәһе хаҡында видеосюжет әҙерләгәйнеләр. Был артист өсөн көтөлмәгән сюрприз булды.

«Тапшырыуҙы ҡарамағыҙ, тип киҫәттем барыһын да... Оҙайлы гастролдәрҙән һуң арығанлыҡтанмы, әллә ҡаушапмы, был сюжеттан һуң күңелем тулып китте. Бындай халәттә күреүҙәрен теләмәҫ инем. Әммә федераль каналдан күрһәткәс, йәшереп булмаҫ», - тип яҙған ул социаль селтәрҙә.

Ришат Төхвәтуллин ябай эшсе ғаиләһендә үҫкән. Аҡсаһыҙлыҡ сәбәпле, байтаҡ ауырлыҡтар кисереп, уға йәштән үҙенә эшләп уҡырға тура килгән. Шунлыҡтан киләсәктә яҡындарына ярҙам итергә, йорт һалып бирергә вәғәҙәләгән һәм һүҙендә торған ул. Әле ата-әсәһе ҙур матур йортта, мал тыуар аҫрап бәхетле ғүмер кисерә. Тәмле аш-һыу әҙерләп, Ришаттың ҡайтҡанын көтөп торалар.

Фото Р. Төхвәтуллиндың сәхифәһенән.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: