Үҙ ҡарашыңда тороу, кешеләргә "юҡ" тип әйтеү ҡайһы берҙә бик ауыр бирелә. Көслө холоҡло кешеләр генә баш тарта һәм шул уҡ ваҡытта ғәйеп тойғоһонан һәм ғазаптан азат була ала. Ошо биш исемде йөрөткән ҡатындар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар рәтенә инмәй. Тикшереп ҡарайыҡ әле, был ысынлап та шулаймы икән?
Алһыу
Романтик холоҡло Алһыуҙарға ир-аттарға “юҡ” тип әйтеүе бик ауыр. Үҙенең икенсе яртыһын табырға тип йөрөгән ошондай исемле гүзәл заттар ир-аттың ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүен флирт итеп ҡабул итә. Ул бит тап уны һайлаған, тимәк ниндәйҙер хистәре бар, тип уйлай улар. Алһыу исемле ҡыҙҙар бәләкәйҙән ғаилә тураһында хыяллана, ҙурайып кейәүгә сығырға, бала үҫтерергә теләй. Шуға күрә ярҙам һораған көслө заттарға баш тартмай.
Ирина
Иринаға нимәлер һорап мөрәжәғәт иткән һайын ул үҙе менән ғорурлана. Тап уны һайлағандар бит, тап ул ярҙам итә ала! Ошо хис арҡаһында Ириналар һәр һорауға ла ризалыҡ менән яуап бирә. Яҡындары быны белә һәм йыш ҡына файҙалана.
Яна
Иғтибар йәлеп итергә теләгән Яналар бөтәһенә лә ярҙам итергә әҙер. Был исемде йөрөтөүселәр – асыҡ һәм изге күңелле кешеләр, тик яңы коллективҡа инеп китеүе ауыр. Башҡаларға оҡшар һәм иғтибарын йәлеп итер өсөн улар үҙҙәрен ҡорбан итергә әҙер. Шуға күрә, ярҙам һорамаһалар ҙа, улар үҙ теләге менән барыһын да эшләргә әҙер.
Марта
Был һирәк исемде йөрөткән ҡыҙҙар ҙа бик изге күңелле була һәм үҙен кемгәлер тейеш тип иҫәпләй. Улар баш тарта белмәй, сөнки кире осраҡта үҙен ғәйепле итеп иҫәпләйәсәктәр. Быны белгән ялҡауҙар үҙҙәре башҡарырға теләмәгән эште Марталарға ауҙарырға ғына тора.
Эльвира
Эльвира исемле ҡыҙҙар нәзәкәтле, сибәр һәм һәләтлеләр. Шул уҡ ваҡытта улар кем менәндер һүҙгә килешергә яратмай. Уның фекере буйынса кемдеңдер һорауына баш тартыу тупаҫлыҡ һәм кире реакция тыуыуы бар. Йәнәһе, был кеше уның менән әрләшәсәк. Ә әрләшергә, талашырға яратмаған Эльвиралар үҙҙәре теләмәһә лә, кешегә ярҙам итеүҙән башҡа сараны күрмәй.
Ошондай исемле таныштарығыҙ бармы? Үрҙә яҙылғандар уларға тура киләме?
Фото һәм сығанаҡ: life.ru