Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2022, 20:00

Декабрь аҙағында 50 градус һалҡын була...

Ә белгестәр нимә ти?

Декабрь аҙағында 50 градус һалҡын була...
Декабрь аҙағында 50 градус һалҡын була...

Һуңғы көндәрҙә кем менән һөйләшһәң дә, “Ишеттеңме, Яңы йыл байрамдары алдынан 50 градусҡа тиклем һыуытасаҡ”, тиҙәр. Яңылыҡты мессенджерҙар аша ла әүҙем тараталар. Имеш, дежур-диспетчер хеҙмәте төҙөгән документта әйтелеүенсә, 25 декабрҙән алып Башҡортостанда -36-нан -50-гә тиклем һалҡын буласаҡ.

Был турала синоптиктар нимә тип әйтә икән? Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр бындай оҙайлы прогноздар эшләмәй. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең төбәктә ысынлап та бындай һалҡындың булыуы ла мөмкин, ти улар.

“Иң ышаныслы һәм дөрөҫ фараз биш көнгә генә эшләнә. Әммә бындай һыуыҡтар булыуы мөмкин түгел, тип тә раҫлай алмайым. Мәҫәлән, республикала иң һыуыҡ төн 1979 йылдың 1 ғинуарына ҡарата булған. Ул саҡта Өфөнөң “Дим” станцияһында - 48, ә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында 54 градус һалҡын теркәлгән. Ләкин был фаразды беҙҙең ведомство төҙөмәне һәм ебәрмәне”, – тип хәбәр иткән “Башинформ” агентлығына Башгидрометүҙәктең гидрометеорология үҙәге начальнигы Анна Казаева.

Был фараз тура килерме, юҡмы – ваҡыт ҡына күрһәтер.

Ә һеҙ иң һалҡын көндө иҫләйһегеҙме? Нисәнсе йылда булды ул хәл?

Фото: klike.net

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас