Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың именлеге өсөн ҡорбан салдырған һәм православие ҡорамына ғибәҙәт ҡылыуға заказ биргән. Был хаҡта ул "Бәйләнештә"ге социаль селтәрендәге сәхифәһендә яҙған.
– Ҡорбан ашы үткәрҙек. Алтын биҫтәһендәге мәсеттә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең имен йөрөп ҡайтыуын теләп доғалар ҡылдыҡ. Православие динен тотоусылар өсөн «Отрада и Утешение» ҡорамына ғибәҙәт ҡылыуға заказ бирҙем. Егеттәребеҙҙең һәр береһенә доға уҡыласаҡ. Беҙҙең изге доғалар ҡабул булыр тип ышанам, – тип яҙған Азамат Юлдашбаев.
Барлыҡ ир-егеттәргә лә имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын! Ил-йорт тыныс булһын!
Фото: Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.