Кешеләр араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәтте бар яҡлап һынай һуңғы ваҡыттағы ауыр тормош. Шөкөр, был йәһәттән беҙҙә берҙәмлек, изгелек, аңлашып йәшәү өҫтөнлөк ала барыбер ҙә. Әле теге, әле был районда ауылдаштарҙың бер-береһенә эскерһеҙ ярҙам итеүе тураһында ишетеп, күңелдәрҙә яҡты өмөт, барыһы ла яҡшы булырына ышаныс арта.
Бөрйән районының Аҫҡар ауылында Вәсимә менән Әхмәҙиә Харрасовтар эшҡыуарлыҡ менән күптән шөғөлләнә. Татыу ғаилә үҙ хужалығын да бынамын итеп алып бара, күпләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар тота, йәшелсә-емеш сәсә. Береһенән-береһе аҡыллы, уңған балалар тәрбиәләп үҫтергән ата-әсә уларға һаман да ышаныслы терәк. Сөмбөл Теләмбәтова ла - үҙ пилорамын асҡан йүнсел, уның хеҙмәте, ярҙамы ла ауыл ерендә һәр саҡ кәрәк. Ул, был кәсебенән тыш, өйҙә уңған хужабикә, һөйөклө әсәй, ир ҡатыны. Эшҡыуарҙар электән ауылда үткәрелгән төрлө байрам-сараларҙа әүҙем ҡатнаша, бағыусылыҡ күрһәтеп халыҡты һөйөндөрә ине. Был ғәҙәттәренә бөгөн дә тоғро улар: тапҡандарының күпмелер өлөшөн хәйриәлеккә ысын күңелдән тотоноп, яҡташтарына ярҙам итәләр.
Ошо көндәрҙә ике йүнсел бер булып, Украинала махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттең ата-әсәһен - Йәмилә менән Юлай Ғәлиуллиндарҙы ҡышҡылыҡҡа утынлы итеп ҡыуандырҙы. Газ үтмәгән ауылда мейескә яғыр утындың ни тиклем әһәмиәткә эйә икәнлеген аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Ә ололар үҙ сиратында ярҙамсыл яҡташтарына һаулыҡ, кәсептәрендә уңыш, ҡылған изгелектәренең сауаптары үҙҙәренә икеләтә әйләнеп ҡайтыуын теләне, донъя именлеге өсөн доға ҡылды.
Ни тиһәң дә, ауыл шундай ихлас күңелле, эшсән, хәстәрлекле кешеләре менән көслө. Ниндәй генә заман тыуһа ла, яҡташтар артабан да бер-береһенә терәк булып, дуҫ, татыу йәшәһен, ерҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, яуҙарҙан егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Фото: Аҫҡар ауылы китапханаһы.