Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2022, 16:15

Һанлы үҫеш министры осрашыу үткәрә

Матбуғат вәкилдәре менән аралашыу барышында Геннадий Разумикин һорауҙарға яуап бирә.

Һанлы үҫеш министры осрашыу үткәрә
Һанлы үҫеш министры осрашыу үткәрә

9 декабрҙә республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән ВКС-брифинг тәртибендә осрашыу үткәрә. Унда министрлыҡ эшмәкәрлегендәге дүрт төп йүнәлешкә - төбәктең инфраструктур үҫешенә, дәүләт идаралығын һанлаштырыуға, мәғлүмәт системаларын әҙерләүгә һәм ғәмәлгә индереүгә, электрон белем биреүгә ҡағылған мәсьәләләрҙе тикшереү планлаштырыла.

Республикала эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙы ябайлаштырған уңайлы һанлы шарттар булдырыу темаһына айырым иғтибар бирелә.

Матбуғат вәкилдәре менән аралашыу барышында Геннадий Разумикин бер йыл эсендә һанлаштырыу йәһәтенән Башҡортостан өсөн мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиғалар тураһындағы һорауҙарға яуап бирә.

Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: