Ғүмер буйына һайлаған һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, уны ул-ҡыҙҙарына, ейән-ейәнсәрҙәренә “йоҡтора” алған, яратҡан хеҙмәтенә маһирлығын, ихласлығын юғалтмаған кешеләр – ысын мәғәнәһендә донъя терәге, милләтен күтәреүсе көс. Шундай хеҙмәт династияларының береһе Илеш районында йәшәй. Бер ғаиләнән генә биш табип үҙәк район дауаханаһында яҡташтарының һаулығы һағында тора.
Дауаханаға аяҡ баҫмаған, табиптар ярҙамына мөрәжәғәт итмәгән, уларға ҡарата күңелендә рәхмәт тойғоһо йөрөтмәгән кешеләр юҡтыр ҙа. Ғүмер дауамында беҙ уларҙың хәстәренә, йылы һүҙенә, дауаһына мохтажбыҙ. Халыҡ абруйын яулау өсөн белем алыу, тейешле дауаларҙы тәғәйенләү генә етмәй, изге эштәреңдең баһаланыуы, йөрәгеңдең һәр кемгә асыҡ булыуы, кешеләрсә мөнәсәбәт – табип өсөн барыһы ла мөһим. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы, тәжрибәле рентгенолог Наил Нәзимбәк улы Хәйбрахманов менән ковидтың ныҡ шашҡан осоронда дауаханала танышырға насип булғайны. Сирлеләр күп, табиптарға дөрөҫ диагноз ҡуйыу һәм аныҡ дауа билдәләү өсөн йылдам рәүештә эшләнгән флюорография һәм рентген һүрәттәре кәрәк. Был көсөргәнешле осорҙа 16,5 мең тикшереү үткәрергә тура килә. Тәүлегенә тиҫтәгә яҡын пневмония асыҡлана. “Ә бит коронавирустан башҡа ла ауырыуҙарҙы ыҙалаған хәүефле сирҙәр етерлек”, – ти табип.
Наил Нәзимбәк улы Дүртөйлө районының Һыуыҡҡул ауылында зоотехник һәм уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1964 йылда Илеш һәм Дүртөйлө райондарын берләштергәс, Нәзимбәк ағайҙы Үрге Йәркәйгә тоҡомсолоҡ эше буйынса пункт ойоштороу өсөн күсерәләр. Шулай итеп, Наилгә Үрге Йәркәйҙәге 1-се урта мәктәпте тамамларға тура килә. Аҙаҡ һис икеләнеүһеҙ табип булыу теләге менән Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Терапевт һәм рентгенолог белгеслектәренә эйә булған егетте Борай район дауаханаһына эшкә ебәрәләр. Өс йыл эсендә мул ғына тәжрибә туплап, 1985 йылда тыуған Илеш районына эшкә ҡайта. Бер үҙе генә түгел, Борай ҡыҙы, шәфҡәт туташы, тормош юлдашы Дилә Ғабдрахман ҡыҙы менән.
Ҡайтып төшөү менән уға рентгенология бүлексәһенә етәкселек итеү эшен йөкмәтәләр. Табип һөнәре үҙ өҫтөңдә даими эшләүҙе талап итә, дауахана яңы ҡорамалдар менән тулыландырыла, уларҙың һәр береһенең серен ентекләп өйрәнергә кәрәк. Күрше район белгестәре лә тәжрибәле рентгенологка йыш ҡына кәңәш һорап мөрәжәғәт итә. “Табипҡа үҙ эшмәкәрлегендә байтаҡ сетерекле хәлдәр менән осрашырға тура килә. Кеше ғүмеренең ваҡытында һәм аныҡ ҡуйылған диагнозға бәйле булыуын иҫәпкә алһаң, беҙҙең һөнәрҙең ниндәй яуаплы һәм хәл иткес икәнен аңлайһың. Ҡайһы ваҡыт өмөт бағлап килгән ауырыуға ярҙам итә алмауыңдан иҫ киткес ауыр кисерештәргә дусар булаһың, аҙаҡ айҙар буйы йөрәк ауыртып ыҙалай”, – ти Наил Нәзимбәк улы. Көтмәгәндә аппараттар сафтан сыҡҡанда ла табип юғалып ҡалмай, йыш ҡына белгес килеп еткәнсе үҙе ремонтлап та ҡуя, тиҙәр.
Наил Хәйбрахмановтың хәләл ефете Дилә Ғабдрахман ҡыҙының туғандары араһында ла яҙмышын медицина менән бәйләгәндәр етерлек. Өфө медицина училищеһын тамамлағандан һуң, Дилә Ғабдрахман ҡыҙы хеҙмәт юлын Борай районы дауаханаһында башлай. Ғаилә Илеш районына йәшәргә күскәс, тәүҙә ул төрлө кабинеттарҙа шәфҡәт туташы, аҙаҡ поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы вазифаларын атҡара. Күп яҡлы, тынғыһыҙ эшмәкәрлектең халыҡ араһында ҙур хөрмәт ҡаҙаныуы, ышаныс яулауы билдәле, тик поликлиникала тәртипте һаҡлау, кабинеттарҙы тейешле кәрәк-яраҡ, документтар менән тәьмин итеү кеүек эштәрҙең шәфҡәт туташы иңенә ниндәй ҙур яуаплылыҡ һалыуын күптәр күҙ алдына килтерә лә алмайҙыр. 1991 йылда “Алтын ҡуллы шәфҡәт туташы”, 1999 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшы”, 2007 йылда “Рәсәй һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Әле ул – табип ҡабул итеүенә тиклемге кабинеттың шәфҡәт туташы. Медицина тикшереүе үтеү алдынан хужалыҡ, ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәренең ҡан баҫымын үлсәп, лаборатория анализдарына йүнәлтмәләр бирә, медицина документтарын әҙерләй, сирҙәрҙе иҫкәртеү эштәрен алып бара.
Наил Нәзимбәк улының бер туған һеңлеһе, “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ Гөлнара Нуриманова ла тап ошо дауаханала участка терапевы булып утыҙ йылдан ашыу эшләй. Бурысы еңелдән түгел, ете ауыл халҡын хеҙмәтләндерергә, йыш ҡына саҡырыуҙарға сығырға тура килә. Участкаға беркетелгән ике меңдән ашыу кешенең 800-ө Үрге Йәркәйҙә йәшәй. Һуңғы йылдарҙа районға йәш белгестәр ҡайтыуына ул һөйөнөп бөтә алмай. “Халыҡтың тәүлектең төрлө мәлендә кәңәш, ярҙам һорап шылтыратыуына ла күнеккәнмен. Һәр береһен яҡшы беләм, үҙҙәрен дә, сирҙәрен дә, тигәндәй. Кемгәлер хәл-әхүәлен һорашыу ҙа етә, ҡайһы берәүҙәрҙең ихласлап һөйләшеп, кәңәшләшеп ултырғыһы килә. Ышаныс, ҡеүәт биргән йылы һүҙҙең дарыуҙарҙан да көслөрәк булыуы ихтимал”, – ти Гөлнара Нәзимбәк ҡыҙы.
Ирле-ҡатынлы Хәйбрахмановтарҙың ике улы ла, урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, юғары белем алыуға өлгәшкән. Илшат улдары “Роснефть” ойошмаһында эшләй, өлкәне Илдар иһә ата-әсәһенең хеҙмәт юлын уңышлы дауам итә. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында интернатура үтеп, табип-хирург һөнәрен үҙләштергәндән һуң, ата-әсәһе эшләгән коллективҡа эшкә килә. Йәш белгесте хирургия бүлексәһе мөдире Марат Ялалов үҙ ҡанаты аҫтына алып, ҡатмарлы профессияның нескә серҙәренә өйрәтә.
Хәҙер инде Илдар Хәйбрахманов үҙе – йәш хирургтарҙың кәңәшсе-тәрбиәсеһе. Әле ул табип-эндоскопист булып эшләһә лә, ҡатмарлы операция яһағанда йыш ҡына йәш хеҙмәттәштәренә ярҙамға килә. Ҡатыны Резеда ла ошо уҡ дауаханала эшләй. “Минең бурысым – ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын асыҡлау, дөрөҫ диагноз ҡуйыу һәм аныҡ дауа билдәләргә ярҙам итеү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сирҙәр һис кенә лә кәмемәй, ашҡаҙан шештәре, эрозия осраҡтары күп. Ни өсөн тигәндә, ваҡытында дауаланмайбыҙ йәки үҙ белдегебеҙ менән дарыуҙар эсеп, ашҡаҙан-эсәк юлдарын зарарлайбыҙ. Ҡанды шыйығайтыусы дарыуҙарҙы самаһыҙ ҡулланыу ҙа файҙаға түгел, – ти Илдар Наил улы. – Илле йәштән олораҡтар араһында был сирҙәр йышыраҡ осрай. Шунда уҡ гистологияға биопсия алабыҙ. Хәҙерге эндоскопия ҡорамалдары заманса, мониторҙа бөтәһе лә асыҡ күренә, һүрәттәр сифатлы. Балалар өсөн тәғәйенләнгән аппараттар уңайлыраҡ, нәҙегерәк, улар ярҙамында диагностика эшләнә, ҡатмарлы манипуляцияларҙы ғына уның ярҙамында атҡарып булмай”.
Илдар Хәйбрахманов өс йүнәлеште алып барыусы универсаль белгес иҫәпләнә: хирург, эндоскопист һәм трансфузиолог. “Әгәр дауаханала ҡанды һаҡлаусы, уның менән эш итеүсе трансфузиолог булмаһа, эш оҙаҡҡа һуҙыла. Был белгеслектәр бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән, – ти ул. – Элекке күркәм традицияларҙың береһе – кәңәшсе-тәрбиәселекте тергеҙеү медицина өлкәһендә айырыуса мөһим. Минеңсә, ошо йүнәлештә эште йәнләндереүҙән барыбыҙ ҙа отасаҡбыҙ ғына”.
– Медицина кадрҙарына ҡытлыҡ мәсьәләһе күптән инде яңылыҡ түгел. Табиптарҙан тыш, урта медицина белгестәренә лә ихтыяж ҙур. Йәштәрҙе еректереү, белгестәрҙең райондарҙа ҡалыуына өлгәшеү өсөн ниндәй сараларҙы ҡулланып еткермәйбеҙ, тип уйлайһығыҙ?
– Йәштәр көслө, үҙенә ҡарата иғтибар тойған коллективҡа эләкһә, эшенә ҡарата тейешле баһа һәм дәртләндереү саралары күрелһә, моғайын, улар әллә ҡайҙа китергә атлығып та тормаҫ ине. Мин быны үҙемдең тормош тәжрибәмдән сығып әйтәм. Йыш ҡына йәштәр үҙҙәренең һәләтен тулыһынса эштә күрһәтә лә, үҫә лә алмай, шуға күрә белемен камиллаштырыу, артабан үҫеү өсөн ҡулайлыраҡ шарттар эҙләргә, эш урынын алмаштырырға мәжбүр була. Райондарҙа һиңә кәңәш бирерлек куратор ҙа, профессор ҙа юҡ бит, – ти Илдар Хәйбрахманов. – Үрҙә әйткәнемсә, йәш белгескә ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ, теләгән һорау менән мөрәжәғәт итерлек кәңәшселәр булыуы шарт. Мин тап шундай ойошҡан, етәкселек кимәле юғары булған, заманса ҡорамалдар менән даими йыһазландырылған коллективта эшләйем. Һәр саҡ таянырлыҡ кешеләрем булыуым менән бәхетлемен.
- Динә АРЫҪЛАНОВА
Илеш районы