Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикала боҙ ҡаласыҡтарын асыу ваҡытын һуҙыу менән бәйле хәлде асыҡларға ҡушты.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованованың докладынан асыҡланыуынса, быйыл республика ҡала-райондарында 1100-ҙән ашыу яңы йыл ҡаласығы төҙөү күҙаллана. Әммә бөгөнгә 57 муниципалитетта ғына ҡаласыҡтарҙы төҙөкләндереү тулыһынса тамамланған. Бөгөн биш муниципалитет эштәрҙе тамамларға ниәтләй.
Мәҫәлән, Асҡын районында төп майҙанда Яңы йыл иллюминацияһын һәм арт-объекттарҙы монтажларға ҡалған, Бәләбәй районында боҙ ҡоймаларын эшләп өлгөрмәгәндәр, Балаҡатай районында – ҡышҡы тауҙы эшләп бөтөрмәгәндәр. Белорет районында ихаталарҙа биш шыршы ҡуйырға һәм бер яңы йыл ҡаласығын төҙөргә, Туймазы районында арт-объекттар ҡуйырға ҡалған. Миәкә районында эштәрҙе 25 декабргә генә тамамлау күҙаллана, тип хәбәр итте министр вазифаһын башҡарыусы.
– Бөгөн 19 декабрь. Кемдәр Яңы йыл ҡаласыҡтары әҙерләп өлгөрмәгән һәм ни өсөн улар быны эшләмәгән? Беҙ ҡаласыҡтар 10 декабргә тиклем әҙерләү тураһында һөйләшеп килештек. Был ваҡыт йылдан-йыл артҡараҡ күсерелә. Әйҙәгеҙ, ҡаласыҡтарҙы Яңы йылдан һуң асайыҡ һуң. Кисекмәҫтән бының менән шөғөлләнегеҙ! – тип күрһәтмә бирҙе республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Радий Хәбиров.
Фото: Уфа1.