Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2022, 17:30

Ҡырғыҙ-Миәкәлә – хәйриә концерты

Йыйылған аҡса гуманитар ярҙам туплауға йүнәлтелә

Ҡырғыҙ-Миәкәлә – хәйриә концерты
Ҡырғыҙ-Миәкәлә – хәйриә концерты

Ошо көндәрҙә Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, республика “Сик буйы һаҡсылары” союзының  төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Валерий Черный йәмәғәт ойошмаһының Миәкә бүлексәһе менән берлектә район хакимиәте ярҙамы менән Рәсәй һәм Башҡортостан хәрби хеҙмәткәрҙәренә теләктәшлек күрһәтеп, “Za наших, Za Россию” хәйриә концерты үткәрҙе.

Валерий Черный гуманитар ярҙам йыйып ебәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан Федор Петровҡа һәм уның улы, йәй көнө эшләп алған аҡсаһын махсус хәрби операция зонаһына ебәреү өсөн гуманитар ярҙамға тапшырған Олег Петровҡа рәхмәт хаттары тапшырҙы. Тантанала шулай уҡ “Сик буйы һаҡсылары” ойошмаһының Миәкә районы бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Владимир Тыщенко сығыш яһаны.

Миәкә, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш районының ижади коллективтары, “Беренсе канал”дағы “А” факторы” музыкаль тапшырыуында ҡатнашҡан Глеб Радов һәм башҡалар сағыу сығышы менән ҡыуандырҙы. Концертҡа хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре, Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов, Башҡортостан Республикаһының ветеран ойошмалары вәкилдәре килгәйне. Унда йыйылған бөтә аҡса махсус хәрби операция зонаһына ебәреү өсөн гуманитар ярҙам туплауға йүнәлтелә.

Фото: op.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: op.bashkortostan.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: