Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2022, 06:00

Төйәләҫтә бар шундай оҫта

Оҫта ҡуллы Ғәлимйән Насиров Яңы йыл байрамына бына нисек әҙерләнгән.

Төйәләҫтә бар шундай оҫта
Төйәләҫтә бар шундай оҫта

Төйәләҫ ауылында йәшәгән Ғәлимйән Хәйрулла улы Насировты ауылдаштары алтын ҡуллы оҫта булараҡ яҡшы белә. Тәбиғи талантҡа эйә оҫта ҡулына нимә алһа, унан һоҡланғыс әйбер тыуҙырыу һәләтенә эйә.

Әле ул үҙенең йорт алдын Ҡыш бабай, Ҡарһылыу,Ҡуян һәм башҡа әкиәт геройҙары менән биҙәп ултыртҡан. Ғәлимйән Насиров йыл һайын ауылдағы "Ҡарлуғас" балалар баҡсаһы майҙансығында ла ҡарҙан һәм боҙҙан төрлө һындар яһап, кескәйҙәргә байрам шатлығы бүләк итә.

Була бит шундай оҫта ҡуллы кешеләр. Афарин, Ғәлимйән Хәйрулла улы!

Фото: "Сибайский рабочий".

Төйәләҫтә бар шундай оҫта
Төйәләҫтә бар шундай оҫта
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: