Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2022, 16:57

Яңы йылды ҡаршылайбыҙ!

Йыл хужаһының күңелен китмәҫкә кәрәк.

Бөтәһенең дә яратып көткән байрамы – Яңы йыл яҡынлаша. Электән әҙәм балаһы уның ниндәй булырын күҙалларға тырышҡан, төрлө ырымдар ҙа барлыҡҡа килгән. 2023 йылыбыҙға Ҡуян “хужа”, шуға ла ул ҡәнәғәт булһын өсөн нимә эшләргә мөмкин йәки ярамай икәнен барлайыҡ әле.

Йыл символы һиҙгерлеге, тыныс тәбиғәте менән айырылып тора, шулай ҙа ул хәйләкәр­леккә барырға ла, кәрәк саҡта үҙен яҡларға ла һәләтле икән. Йылды ҡаршылағанда ҡуян һы­нын янға ҡуйыу уңыш, бәрәкәт килтерә, тип иҫәпләнә. Ут менән бәйле әйберҙәрҙе ситкә алып ҡуйырға кәрәк.

Нимә ярата? 

Ҡуян уңайлылыҡты, наҙлы­лыҡты, йомшаҡлыҡты үҙ итә. Йортто байрамса биҙәгәндә, үтә сағыу, ҡыштырлап торған биҙә­үес­тәр тотонмаҫҡа кәңәш ителә, сөнки был йыл хужаһын өркө­төүе ихтимал, тип иҫәпләнә. Шыршы тубырсығы, грек сәтлә­үеге, төҫлө ҡағыҙға төрөлгән емеш, ҡағыҙҙан яһалған төрлө һындар, ҡар бөртөктәре иһә күңеленә хуш килер. Өҫтәлгә аҡ йәки йәшел төҫтәге ашъ­яулыҡ килешер.

Өҫтәлгә нимә ҡуйырға?

Был йомшаҡ ҡына йәнлек тулыһынса вегетариан, шуға ла байрам өҫтәлендә йәшелсә, емеш, йәшел тәмләткес үләндәр мотлаҡ булырға тейеш. Әйтәйек,  әнисте салатҡа ҡушып ебәрергә, ҡайнар аштарҙы, гарнирҙы биҙәргә була. Ә иң төп ризыҡ нимә тип уйлай­һығыҙ? Әлбиттә, кишер һәм кәбеҫтә! Уларҙы ниндәй ризыҡ төрөнә булһа ла ҡушып ебә­рергә, хатта шул көйө  ҡуйырға мөмкин.  

Салат эшләгәндә йомортҡа­һыҙ бер ҙә булмай кеүек, һөт аҙыҡтарынан да, мәҫәлән, сыр­ҙан, баш тартҡы килмәй. Был ризыҡтарҙы нейтраль тип атарға булалыр, шуға ла йомшаҡҡай ҡуян уларҙың яңы йыл өҫтә­лендә торғанына үпкәләмәҫ.

Нимә кейергә?

Һәр йылды ҡаршылағанда ниндәйҙер төҫтәргә, фасондарға өҫтөнлөк бирелә. Әгәр ҙә был мәл һеҙҙе ныҡ ҡыҙыҡһындыра икән, шуны белеү зыян итмәҫ: Ҡуян йәнлек тиреһен, күнде, әлбиттә, өнәмәй. Ҡатнаш йә тәбиғи туҡымаға, ебәк йә креп­дешинға оҡшатып эшләнгән тауарҙарға иғтибар итергә кәрәк – уларҙың еңеллеге, елберҙәп тороуы йыл хужаһына оҡшамай ҡалмаҫ. 
Төҫтәргә килгәндә, ҡуян тыныс, артыҡ күҙгә бәрелмә­гәндәрен үҙ итә, мәҫәлән, шул уҡ аҡ йәки аҡһыл-көрән, һар­ғылт, йәшел, һоро һәм башҡа шуларға яҡын төҫтәр. 

Ваҡытты дөрөҫ бүлеү зарур

Ниндәй генә байрам булмаһын, хужабикә ғәҙәттә арығансы өҫтәл әҙерләй, унан һуң үҙенә ваҡыты ла, көсө лә, ҡайһы саҡта хатта кәйефе лә ҡалмай. Бында ла кәңәштәр бар.
Менюҙы бер нисә көн алдан әҙерләп ҡуйырға.

Нимә һәм күпме һатып алырға икәне буйынса исемлек төҙөргә, шулай уҡ алдан алып ҡуйыуҙы хәстәрләргә. Әҙер исемлек буйынса ризыҡ йүнләүҙе башҡа ғаилә ағзалары ла бик яҡшы атҡарып сығыр. 

Әгәр ҙә яҡындарығыҙҙы йәки ҡунаҡтарҙы ниндәйҙер яңы ризыҡ менән шаҡ ҡатырырға уйлаһағыҙ, уны ла алдан бешереп ҡарау файҙалы булыр. 

Хужабикәгә Яңы йылға кәңәштәр

Аҙыҡты тәләф­ләмәй әҙерләргә, шул уҡ ваҡытта барыһы ла туҡ булһын өсөн ху­жабикәгә нимә­ләрҙе белергә кә­рәк? Тәжрибәле ашнаҡсылар ошон­дай “арифметика”нан сығып эш итә: бер кеше­гә – 200-250 грамм салат (бөтә төрҙәрен бергә), 4-5 бутерброд, 250-300 грамм ҡабымлыҡ, ит йә балыҡ; 150-200 грамм гарнир, десерт; 200 грамм емеш-еләк, 300 мл эсемлек (һут йә компот).

Ошо ябай ҡағиҙәне тотҡанда, ризыҡ әрәм булып та ҡалмаҫ, байрам ашынан һуң һыуытҡысты ла тыңҡыслап тултырырға кәрәкмәҫ.

- Рәүилә Ғатауллина

Читайте нас: