Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев белдереүенсә, 2022 йыл еңелдәрҙән булмаған.
"Шулай ҙа үткән юлыбыҙ райондың социаль-иҡтисади үҫешендә ыңғай үҙгәрештәргә өлгәшеүебеҙ хаҡында һөйләй. Етештереү предприятиелары, ойошмалар тотороҡлоҡ һаҡланы. Мөһим социаль объекттарҙың төҙөлөшө дауам итте, улар араһында сменаһына 300 кеше ҡабул итә алырлыҡ балалар поликлиникаһы бик кәрәклеһе һәм көтөп алынғаны. Иҫке Сибай ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты. Косметик ремонт, матди-техник базаны нығытыу һәм яңы сәхнә костюмдары ауылдың мәҙәни үҙәген тағы ла күркәмерәк итте. Шулай уҡ республика етәкселеге менән бергә Иҫке Сибай мәктәбенең төҙөлөшөн иғтибар үҙәгенән ысҡындырмайбыҙ.
Баймаҡ ҡалаһында бер нисә йыл рәттән күләмле проекттар бойомға ашырылды. «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса В.Ленин, М.Горький, А.Әлибаев урамдары һәм С.Юлаев проспекты буйлап йәйәүлеләр ҡулсаһы биләмәһе төҙөкләндерелде.
Баймаҡ ҡалаһы Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙең береһе булды. «Үҙгәрештәр еле» йәмәғәт киңлектәре системаһына ярашлы, федераль грант сиктәрендә 2021-2022 йылдарҙа ҡаланың үҙәк өлөшө, майҙан, Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы тирәһе тәртипкә килтерелде. Был урындарҙы бәйләп торған уңайлы йәйәүлеләр зонаһы барлыҡҡа килде.
Бынан тыш 3-сө мәктәп эргәһендә ял майҙансығы булдырылды. Салауат Юлаев проспектының 31-се һәм 33-сө һанлы күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйығына капиталь ремонт үткәрелде.
Аграр комплексының хеҙмәтсәндәренең фиҙакәр хеҙмәтен айырым билдәләп үтергә кәрәк. Йылдан-йыл уларҙың тырышлығы, яратҡан эшкә тоғролоғо республикала иң яҡшылар иҫәбендә ҡалырға ярҙам итә. 2022 йыл айырыуса уңышлы булды. Тулайым иген йыйыу 221 мең тоннанан ашты - был райондың һуңғы 25 йылдағы тарихи рекорды.
Районда башҡорт атына арналған «Башҡорт аты» беренсе республика фестивале уҙҙы. Бай йөкмәткеле мауыҡтырғыс сарала спорт һәм етештереү йылҡысылығына бәйле хәлгә анализ яһалды, тармаҡтың төп мәсьәләләре ҡаралды, ғалимдар менән фекер алышыу үткәрелде. Йыл һайын үткәреләсәк сара, Баймаҡ районының танылыу яулаған брендын артабан үҫтереүгә мөмкинселектәр асыуы менән әһәмиәтле.
Патриотик тәрбиә биреү эше мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Баймаҡ лицей-интернатының бөтөн сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, спортта һанатмаған, уҡыуҙа яҡшы өлгәшкән иң әүҙем класы Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә башланы. Уҡыусылар формаларына тап төшөрмәй, “шайморатовсы” исемен ғорурлыҡ менән йөрөтөрҙәр, тоғро дуҫ, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булырҙар, тип ышанам.
Мобилизация иғлан ителгәс, Баймаҡ еренең иң яҡшы улдары тыуған илде һаҡларға саҡырылды. Әлеге ваҡытта улар алғы һыҙатта дошман менән батырҙарса көрәшә. Яҡташтарыбыҙ хәрби бурыстарын үтәп, еңеү яулап ҡайтыуҙарында шигебеҙ юҡ. Бөтә район менән мобилизацияланған егеттәргә, уларҙың ғаиләләренә, шулай уҡ М.Шайморатов һәм А. Доставалов исемендәге батальондарында хеҙмәт итеүселәргә ярҙам итәбеҙ.
Намыҫлы хеҙмәттәре, берҙәм, татыу, ярҙамсыл булыуҙары өсөн райондаштарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Баймаҡтар исеменән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбировҡа, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә районыбыҙға ҡарата иғтибарҙары өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Яңы 2023 йыл барығыҙға ла һаулыҡ, ҡыуаныстар, бик күп бәхетле көндәр бүләк итһен. Яңы йылда иң изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, йорттарығыҙҙан татыулыҡ, бәрәкәт һәм именлек китмәһен!"- ти район башлығы.
Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан