Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, былтыр Башҡортостан Рәсәйҙең 18 төбәге араһында Туризм буйынса федераль агентлыҡ тарафынан туризм өлкәһендә социаль тәртип механизмдарын һынау өсөн пилот төбәк итеп һайланған, уның саралары «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектына индерелгән.
— Проекттың төп маҡсаты — 5-9-сы класс уҡыусыларын ике көнлөк бәләкәй сәфәрҙәр сиктәрендә тыуған яҡтың тарихы менән таныштырыу. Быйыл проектта республиканың бөтә муниципалитеттарынан 11 106 уҡыусы ҡатнашты. Был хеҙмәтте күрһәтеү өсөн 77,7 миллион һум аҡса бүленде, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — финанс министры Лира Иғтисамова.
Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан бер нисә тапҡыр ҡыҙыҡлы федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу майҙансығы итеп һайланған ине.
2022 йылдың 28 июленән 29 июленә тиклем Өфөлә «Социаль өлкәлә дәүләт (муниципаль) хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса дәүләт (муниципаль) социаль тәртип тураһында» 2020 йылдың 13 июлендәге 189-ФЗ Федераль законды үтәү буйынса пилот проекттары менән идара итеү моделе» бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үтте. Сараны Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы ойошторҙо. Сарала Рәсәй Федерацияһының 34 төбәгенән 200-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.
Белешмә:
Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт күрһәтеүселәрҙе һайлап алыуҙың яңы ысулдарын ҡулланыуҙың өс йүнәлеше билдәләнгән. Улар 48 мең самаһы хеҙмәт алыусыға һәм 214 ойошмаға ҡағыла, финанслау күләме 789,8 миллион һум тәшкил итә:
— өйҙәге кеүек социаль хеҙмәттәр;
— айырым спорт төрҙәре буйынса башланғыс спорт күнекмәләре;
— мәктәп йәшендәге балаларға сәйәхәт итеү мөмкинлеге биреү өсөн шарттар булдырыу.
Фото: Алмаз Нуретдинов.