Яңы йылда мөғжизәләр тыуып ҡына тора. Яңауылдағы Нефтекама урамы ысын мәғәнәһендә әкиәткә әүерелде, тип яҙа “Яңауыл таңдары”. Боҙҙан һәм ҡарҙан яһалған һындар, әкиәт геройҙары, сағыу иллюминация һәм ҡотлау плакаттары бөтә урамды биҙәгән. Йортоңдан сыҡ та, әкиәт донъяһына сум! Хәйер, был күптән килгән матур йола әле лә дауам итә.
Урамдың ойоштороусы етәксеһе лә бар икән. Лүзә Солтанова әйтеүенсә, бында бик дәртле, хеҙмәт һөйөүсән, матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләр йәшәй. “Ә” тигәнгә “һә” тип, йәһәт кенә эшкә тотонған уңған кешеләр барҙа, бындай мөғжизәне тыуҙырыуы ауыр түгел”, ти яҡташтары. Ысынлап та, һеҙҙән өлгө алырға була!
Фото: Раушания Ғарифуллина.