Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Шишмә районының Йәрми ауылында йәшәүсе ҡул оҫталары менән һоҡланыуын белдергән.
“Улар хәрби хәрәкәт ваҡытында бик кәрәкле маскировка селтәрҙәре һәм халаттар үрә. Барыһы ла Эльвира Хәтип ҡыҙы Ғәликәйева идеяһынан башланған. Тәүҙә үрергә үҙе өйрәнгән, аҙаҡ мәҙәниәт йортонда ҡул оҫталары йыйылып эшкә тотонған. Спонсорҙар материал менән ярҙам иткән. Хәҙер мини-артелдә 20 пенсионер эшләй. Көндөҙ улар ғаиләлә ейәндәре менән, ә буш ваҡыттарында селтәр үрәләр.
Бер селтәр үреү өсөн өс көн ваҡыт кәрәк, эш мәшәҡәтле. Әммә уға ихтыяж ҙур. Берҙәм логистика үҙәге аша һигеҙ селтәр һәм халат оҙатылған. Идеяны Шишмә районының башҡа ауыл биләмәләре лә күтәреп алған. Һеҙгә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт!”
Фото: VK.com