Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2023, 22:00

"Мортаза Ғөбәйҙулла улының атайҙарса хәстәрлеген тойҙом"

Андрей Назаров: "Бер ваҡыт, таңғы сәғәт 7-лә, өй телефонына Президент шылтырата. “Хәлдәр нисек?” тип белеште лә..."

"Мортаза Ғөбәйҙулла улының атайҙарса хәстәрлеген тойҙом"
"Мортаза Ғөбәйҙулла улының атайҙарса хәстәрлеген тойҙом"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың тәүге Президенты тураһында йылы хәтирләре менән уртаҡлашты.

“Мортаза Ғөбәйҙулла улы тураһында...

Республиканың беренсе Президенты яҡты донъянан китте. Был Башҡортостан өсөн дә, шәхсән минең өсөн дә оло юғалтыу. Хәтеремдә мәңгелеккә бер дата уйылып ҡалған, сөнки барыһы ла шунан башланғыс алды...  

1998 йылдың 23 майы. Миңә 28 йәш, яңы ғына Сибай ҡалаһы Советы депутаты булараҡ сәйәси карьерамды башлаған мәлем. Шул көндә, 23 майҙа, Президентҡа төҙөлөш объекттарын күрһәттем. Ул атайҙарса иңемдән ҡосаҡланы. Бәлки, был сәйәси билдә булғандыр, бәлки шуның менән ул хуплау буласағын аңлатырға теләгәндер. Шулай ҙа мин уны хис-тойғоға бирелеүсән кеше тип атамаҫ инем - консерватор булды. Шул мәлдән башлап беҙ йыш ҡына күрештек: бихисап объекттар төҙөнөк, ул уларға килде, ҡараны, асты.

Ул донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин икәнлеген аңлау мөмкинлеге бүләк итте. Беҙ бәләкәй эштәрҙән башланыҡ һәм заман менән бергә атланыҡ. Бөтә тормошом дауамында уның миңә ышаныуын тойҙом... Һәр бәйләнеш үҙ эҙен ҡалдырҙы, хатта ниндәйҙер кимәлдә тарих барышын үҙгәртте.

Иҫемдә: йәкшәмбе иртәнге сәғәт 8-ҙә Президенттың ҡабул итеү бүлмәһенән шылтыраттылар. Саҡырталар. Килдем, мине Радий Фәрит улы Хәбиров ҡаршы алып, кәңәштәр бирҙе. Һөйләшеү күңелленән булманы, әммә Мортаза Ғөбәйҙулла улы әңгәмәсеһенең фекерен тыңлай, ишетә белде. Беҙ һәр ваҡыт кешеләрсә һөйләшә һәм һәр мәсьәләне хәл итә алдыҡ. Төрлөһө булды. Шулай ҙа һәр ваҡыт беҙҙең осрашыу барышындағы һөйләшеү ихлас, изге мөнәсәбәттә тамамланды.

Бер ваҡыт, таңғы сәғәт 7-лә, өй телефонына Президент шылтырата, һуңынан белеүемсә, бик мөһим һорау буйынса. Иң тәүҙә “Хәлдәр нисек?” тип белеште. Ошонан алда ғына әсәйемде юғалтыуымды белеп, ҡайғымды уртаҡлашты, ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе һәм һөйләшеүҙе кисектерҙе. Уның шәхсән үҙе исеменән некролог биреүе ныҡ хәтергә уйылған. Бына шулай иғтибарлы, башҡа кешенең яҙмышына битараф булмаған кеше булып иҫемдә ҡалды ул.

Мине Премьер-министр вазифаһына тәҡдим итеү тураһында мәғлүмәт булғас, Мортаза Ғөбәйҙулла улы хупланы. Ул ҡай саҡ шылтыратты, кәңәштәр бирҙе, тәжрибәһе, фекерҙәре менән уртаҡлашты, пландар менән ҡыҙыҡһынды. Республика тормошо һәр ваҡыт, хатта Президент посынан киткәс тә, уның йөрәгендә булды.

Уҙған быуаттың туҡһанынсы, ике меңенсе йылдар – илдең дә, республиканың да аяҡҡа баҫҡан осоро. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ул саҡта Рәсәй субъекттары лидерҙары араһында иң көслөләрҙең береһе ине. Республиканың сәнәғәтен һәм ауыл хужалығын “ҡырағай” капитализм” һынауҙары аша лайыҡлы үткәреүгә өлгәште. Нефть химияһы, ТЭК, машиналар эшләү һәм ауыл хужалығы комплексы төп терәк-таяуҙар булды. Уларҙы үҫтереүгә бихисап аҡса һалынды, һәм был ҡатмарлы туҡһанынсы йылдарҙа социаль-иҡтисади хәлде имен килеш тотоуға булышлыҡ ҡылды. Башҡортостан донор-төбәктәрҙең береһе булды, уның позицияһына Кремлдә һәр саҡ ҡолаҡ һалдылар.

Ә былар барыһы ла Мортаза Ғөбәйҙулла улының ябай халыҡтан сыҡҡан кеше булыуына бәйле. Ул үҙ юлын түбәндән башланы. Нулдән. Ул тыуған төйәгебеҙҙе тойҙо, уның шатлыҡтарын һәм ҡайғыларын уртаҡлашты. Республиканы үҫештең, именлектең яңы этабына алып сыҡты. Мин дә уның уңыш формулаһын белдем, был хаҡта ул үҙе әйткәйне: “Ябай ауыл малайынан ҙур етәксе дәрәжәһенә бер туҡтауһыҙ белем алыуым арҡаһында күтәрелдем, ә ул белем мәктәп эскәмйәһенән башлана”.

Мин бик иртә атайымды юғалттым һәм уның атайҙарса хәстәрлеген тойҙом, унан күп нәмәгә өйрәндем. Мортаза Ғөбәйҙулла улы таланттарҙы күрә, аса белде. Уның фатихаһы менән ҙур сәйәсәт, иҡтисад донъяһына юллама алдым. Уның бихисап һыҙаттары миңә яҡын, үҙемдең донъяға ҡарашымды, идара итеү алымдарын шуларға таянып ҡорҙом. Ул яҡташтарыбыҙ өсөн уңайлы тормош шарттары булдырырға ынтылды. Беҙгә тиклемгеләр, шул иҫәптән Мортаза Ғөбәйҙулла улы булдырған нигеҙгә таянып, яңы киләсәк төҙөргә һәм Рәсәйҙә иң яҡшы йәшәү шарттары булған төбәк булдырырға тейешбеҙ.

Беҙҙең һуңғы осрашыу 31 декабрҙә булды. Радий Фәрит улы менән Мортаза Ғөбәйҙулла улын Яңы йыл менән ҡотларға барҙыҡ. Ул ауырый, әммә кәйефе көр ине.

Кисә 23:10 сәғәттә ул донъянан китте, 23:40-та мин уның янында булып, рәхмәтемде белдерҙем...

Беҙ беренсе Президент Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләйәсәкбеҙ. Республика һәм ил тарихына уның осоро ҙур хәрефтәр менән яҙыласаҡ”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Сығанаҡ:  vk.com/wall555400080_3255

"Мортаза Ғөбәйҙулла улының атайҙарса хәстәрлеген тойҙом"
"Мортаза Ғөбәйҙулла улының атайҙарса хәстәрлеген тойҙом"
"Мортаза Ғөбәйҙулла улының атайҙарса хәстәрлеген тойҙом"
"Мортаза Ғөбәйҙулла улының атайҙарса хәстәрлеген тойҙом"
"Мортаза Ғөбәйҙулла улының атайҙарса хәстәрлеген тойҙом"
"Мортаза Ғөбәйҙулла улының атайҙарса хәстәрлеген тойҙом"
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: