Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2023, 14:37

Байлығым – балаларым

Татыу ғаиләлә хәл ителмәй торған мәсьәләләр булмай.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Күптәр хәҙерге ваҡытта күп балалы ата-әсә булыуҙы бик ауыр хеҙмәт, алһыҙ-ялһыҙ көндәр менән үткән айҙар-йылдар тип иҫәпләй. Өҫтәмә мәшәҡәт һәм ҙур финанс сығымы талап иткән эш тип, сабыйҙар тәрбиәләүҙе артҡараҡ ҡалдырыуҙы хуп күргән ғаиләләр ҙә бар. Әммә өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләр, киреһенсә, бер балаға ҡарағанда бер нисә сабый үҫтереүе күпкә еңелерәк, тип иҫбатлай. Уларҙың фекеренсә, ҙур, татыу, ярҙамсыл ғаиләлә хәл ителмәй торған мәсьәләләр булмай.

Борай ауылында йәшәгән Инга һәм Юрий Красильниковтар – иң күркәм сифаттарҙы балаларында тәрбиәләп, башҡаларға матур өлгө күрһәтеп йәшәгән ғаиләләрҙең береһе. Биш балаға ғүмер биргән ата-әсә тормош ауырлыҡтарын уфтанмай, лайыҡлы үтергә күнеккән.

– Оло ҡыҙыбыҙ Елизаветаға – 11, унан ҡала Викторияға һигеҙ йәш, икеһе лә 3-сө урта мәктәптә белем ала, – тип таныштыра ҡыҙ­ҙары менән әсә. – Улыбыҙ Алек­сандрға – биш, Екатеринаға ике йәш, улар “Гүзәл” балалар баҡса­һына йөрөй. Кескәй ҡыҙыбыҙ Маргарита өс айлыҡ ҡына әле.

Инга ханым әйтеүенсә, уларҙың иң ҙур бай­лығы – береһенән-бе­реһе бәләкәйерәк һәм һөйкөмлөрәк сабыйҙары. Әсә һәр бере­һен йөрәк йылыһын, наҙын биреп үҫтерә.

– Мин үҙемдең күп балалы әсә булыуым менән ғорурланам, уларҙың һәр аҙымына шатланам. Дөрөҫөн әйткәндә, шул тиклем балаға әсә булырмын тип башыма ла килтермәнем, – тип йылмая Инга ханым. – Минең һәр көнөмдө нисек үткәреүемде күҙ алдына килтерәһегеҙҙер: иртән балаларҙы ашатып-эсереп мәктәпкә оҙатыу, кер йыуыу, ашарға бешереү, өй йыйыштырыу, йорт тирәһендә әллә күпме эш...

Ҡатын-ҡыҙҙың ваҡыты аш-һыу тирәһендә үтә инде ул, – тип көлә хужабикә. – “Әсәй, бөгөн ниндәй тәм­лекәс бешерәһең?” тип башлана һәр иртә. Барыһы ла шыма, еңел генә бара, тип әйтә алмайым, тормош булғас, хәл итәһе мәсьә­ләләр, ауырлыҡтар булып тора. Тик барыһын да тигеҙ тартырға өйрәнгәс, уларҙы бергәләп еңәбеҙ.

Инга Валерьевна әйтеүенсә, һәр бала ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле шәхес. “Бер туған булһалар ҙа, улар холоҡ-фиғеле, мауығыу­ҙары менән ҡырҡа айырыла. Иң мөһиме, уларҙы нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк. Тормошобоҙ менән ҡәнәғәтмен, йорт-еребеҙ етеш, өйөбөҙ балалар тауышынан гөр килеп тора. Ҡайҙа ғына барһам да, ғаиләмдә мине көтөп тороусылар барлығына һөйөнөп, ул-ҡыҙ­ҙа­рымды һағынып ҡайтам”, – ти бәхетле әсә. Ул декрет ялында са­быйҙарын бағыу менән генә сик­ләнмәй, заказдар буйынса тәмле торттар бешерә, балаларын мәк­тәптәге төрлө түңәрәктәргә йөрөтә. Бына шун­дай уңған, ярҙамсыл, тирә-яҡҡа нур бөр­көп йәшәгән ғаилә менән таныштыҡ бөгөн.

- Гөлназ ХУЖИНА
Борай районы

Читайте нас: