Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2023, 15:21

“Үҙегеҙ әҙерләргә тырышығыҙ”

na-dache.pro
Фото:na-dache.pro

Яңыраҡ аш тоҙон ҡулланыуҙы кәметеү аҙналығы үтте. Ни өсөн был хаҡта ҡулланыусыларҙы иҫкәртеү кәрәк? Йыш ҡына үҙебеҙ ҙә абайламаҫтан тоҙҙо күп ҡулланабыҙ.Табиптар әйтеүенсә, уны кәметеү артериаль ҡан баҫымын төшөрөүгә килтерә, тимәк, инсульт һәм йөрәк сирҙәре хәүефе лә кәмей. Баҡалы үҙәк район дауаханаһының табип-терапевы Ләйсән Хурамшина тоҙҙо ҡулланыу буйынса ябай, әммә тәьҫирле кәңәштәре менән уртаҡлаша.

“Беренсенән, аш-һыуҙы артыҡ тоҙлауҙан арынығыҙ: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме буйынса, өлкәндәргә көнөнә биш грамдан да артыҡ тоҙ ҡулланырға ярамай. Балалар өсөн унан да аҙыраҡ: ни бары ике грамм. Тикшеренеүселәрҙең әйтеүенсә, беҙҙә тоҙҙо самаһыҙ ҡулланалар, көнөнә уртаса һигеҙ грамдан 19 грамға тиклем. Тоҙ ҡулланыуҙы 15 процентҡа ғына кәмет­кәндә лә, киләһе ун йылда 8,5 мең ваҡытһыҙ үлем осраҡтарын иҫкәртергә мөмкин.

Икенсенән, аҙыҡ-түлек һатып алғанда ярлыҡтарҙағы яҙыуҙарҙы иғтибар менән уҡығыҙ. Магазиндан һатып алған әҙер аҙыҡтарҙың байтағында тоҙҙоң саманан тыш күп булыуы билдәле.

Өсөнсөнән, пандемия осоронда ҡалаларҙа аҙыҡ-түлекте өйгә килтереп биреү хеҙмәте киң ҡолас алды. Туҡланыу предприятиеларында әҙерләнгән ризыҡтарҙа тоҙ ғына түгел, майлылыҡ та, калория ла, шәкәр ҙә йыш ҡына күп була. Тоҙҙо самаһыҙ ҡулланыуҙың ҡан баҫымы күтәрелеүенә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә килтереүе ихтимал. Уның тәүлек нормаһын биш грамдан да арттырмағыҙ (өҫтө алынған бер балғалаҡ).

Аш-һыу әҙерләгәндә тоҙҙо кәметеп, уның урынына ҡара борос, йәшел тәмләткес, һарымһаҡ өҫтәгеҙ. Әҙер ризыҡтарҙы аҙыраҡ һатып алығыҙ, йышыраҡ үҙегеҙ бешерегеҙ. Соустар менән мауыҡмағыҙ. Һыу эсегеҙ. Консерваларҙа, ярымфабрикаттарҙа, сосиска һәм колбасаларҙа “йәшертен” тоҙ күп. Көнөнә аш тоҙон ике грамға ғына кәметеү ҙә инсульт, инфаркт осраҡтарын өстән бер өлөшкә кәметәсәк. Аш-һыуҙы тәмләү өсөн йәшел тәмләткестәр ҡулланыу күпкә файҙалыраҡ”.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: