Сатлама һыуыҡтар артҡа сигенә башланы тиһәк тә, тышта барыбер ҙә һалҡынса. Тап ошо осорҙа ҡыр йәнлектәре, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ аҙыҡҡа ҡытлыҡ кисерә, өшөүҙәре тураһында әйтәһе лә түгел.
Мәҫәлән, күгәрсендәр ныҡ өшөүсән ҡоштар исемлегендә. Тамаҡтары туйыу менән йәһәт кенә берәй ышыҡ урынға өйкөлөшөп инеп ултыралар, хатта һелкенмәйҙәр ҙә.
Әйткәндәй, айырыуса ҡалала ошо күгәрсендәрҙе ашатыусыларҙы йыш уҡ булмаһа ла, осратабыҙ. Әбейҙәр уларҙы нимә менән генә һыйламай.
– Минең килер ваҡытымды белеп бөткәндәр, алыҫтан уҡ ашығалар яныма, – тип һөйләй күгәрсендәр ашатыусы Альбина Низамова. – Хатта ҡулдан ашағандары ла бар. Мин уларға ашамлыҡтарҙы канализация ҡапҡасының өҫтөнә һәм янына һибергә тырышам. Сөнки бында һәр саҡ йылы була.
Альбина ханым һөйләүенсә, күгәрсендәрҙән дә аҡыллы ҡош юҡ. Улар ым-ишараны яҡшы тоя, тауышты ла тиҙ таный.
Фото: Илдар Аҡъюлов.