Була бит шундай оҫта ҡуллы кешеләр: юҡтан ғына шөғөл табып, унан күңел йыуанысы ла, бер аҙ килем дә алыусылар. Тап шундай оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе - Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Зөлхизә Мөхәметдинова декрет ялында яңы һөнәр үҙләштерергә ҡарар итә. Ул интерьер өсөн заманса бәүелсәк креслолар үрә. Бер йыл эсендә уңған оҫтабикәнең ҡулынан бөтәһе һигеҙ кресло бәүелсәк эшләнгән, уларҙың береһе үҙҙәренең йортон биҙәй.
Әйткәндәй, ҡыҙҙары Әминәнең иң яратҡан урыны ул. "Бәүелсәктә бәүелергә, уйнарға ярата, ҡыҙыбыҙ", - ти бәхетле әсәй.
- Эште башлар алдынан тормош иптәшем Рәмис менән кәңәшләштем, ул да риза булғас, эште башланым. Тәүҙә онлайн-дәрестәр ҡараным, Бөрйән районында йәшәгән ике туған апайым Лилиә Кинйәкәева макраме ишеү, үреү серҙәрен өйрәтте. Һуңғы ваҡытта бәүелсәк креслолар бик популяр, шуға күрә һорау биреүселәр ҙә күп. Тик эшләп кенә өлгөрт , - ти Баймаҡ уңғаны.
Оҫтаның бәүелсәк креслоны нисек эшләү серҙәре менән гәзитебеҙҙең киләһе һандарында таныштырырбыҙ.
Фото: Зөлхизә Мөхәметдинова.