Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2023, 16:45

Баланы теркәр өсөн өйҙән сығып йөрөү кәрәкмәй

Һәр кем шулай эшләй ала. Был ышаныслы һәм уңайлы. 

Баланы теркәр өсөн өйҙән сығып йөрөү кәрәкмәй
Баланы теркәр өсөн өйҙән сығып йөрөү кәрәкмәй

«Дәүләт хеҙмәттәре»нең яңы функциялары онлайн-режимда.

Башҡортостан халҡы, Рәсәйҙә йәшәүселәр кеүек үк, хәҙер «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында үҙҙәренә йәки балаға медицина полисын алыу йәки алмаштырыу мөмкинлегенә эйә. Электрон полисты алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы ғына кәрәк, ғариза һәм полис тәүлек эсендә әҙер була.

«Дәүләт хеҙмәттәре» аша баланы ата-әсәнең береһенең йәшәгән урыны буйынса теркәргә мөмкин - бының өсөн порталда ғариза яҙырға кәрәк. Алты эш көнөнән һуң электрон төрҙә теркәү тураһында таныҡлыҡ ғариза биреүсенең шәхси кабинетына килә.

Ышаныслы, уңайлы!

Фото www.takzdorovo.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: