Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2023, 16:30

Байрам бәлә менән тамамланған...

Ирле-ҡатынлы әле дауаханала

Байрам бәлә менән тамамланған...
Байрам бәлә менән тамамланған...

Өфөлә тыуған көндө байрам иткәндә ирле-ҡатынлы ҡаза күргән, тип хәбәр иткән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы.

Мәжлестең иң тулҡынландырғыс мәле – тортҡа майшәм ҡуйып өрөп, теләк теләр мәл еткәс, уйламағанда бәләгә тарый улар. Хужабикә майшәмде ҡабыҙа ла шырпыны сүп ҡумтаһына ташлай. Әмәлгә ҡалғандай, уныһы һүнмәй, ә тоҡанып янып китә... Ҡатын тәүҙә үҙе һүндерергә маташа, ләкин килеп сыҡмай. Ахырҙа 35 йәшлек ире ярҙамға ашыға. Әммә шул мәлдә ҡумтала бәләкәй баллон ятҡан була һәм ул шартлай... Һөҙөмтәлә ир менән ҡатындың бит-ҡулдары бешеп, дауаханаға эләккән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуҙан, матур башланған байрам ҡаза менән тамамланған.

Фото pixabsy.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: