Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2023, 10:55

"Илағым килә..."

Рөстәм Нәбиев үҙенең алтынсы тауын яуланы һәм сәйер тойғолары менән уртаҡлашты. 

"Илағым килә..."
"Илағым килә..."

Билдәле яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев сираттағы тапҡыр уңышҡа өлгәште. Ул үҙенең алтынсы тауын яуланы. Аяҡтары булмаған егет ике ҡулында ғына Көньяҡ Американың иң юғары нөктәһе Аконкагуа тауына менеп етте. Уның бейеклеге 6961 метр.

Ошоға тиклем туғыҙ көн дауамында уның менән бәйләнеш булманы һәм кисә кис, ниһайәт, ул маҡсатына өлгәшеп, социаль селтәрҙәр аша был турала хәбәр итте.

“22 ғинуарҙа 20.36 сәғәттә, мин – Рөстәм Нәбиев ҡулдарымда ғына Көньяҡ Американың иң юғары нөктәһенә менеп еттем. Туғыҙ көн Иоанн менән икәү генә булдыҡ.

Өсөнсө лагерҙан алып тауҙың түбәһенә менеп етеү һәм кире төшөү 25 сәғәт ваҡытты алды. 25 сәғәт йоҡоһоҙ, ашауһыҙ үҙ маҡсатыма табан хәрәкәт иттем, артыма әйләнеп тә ҡараманым. Барығыҙға ла ярҙам өсөн рәхмәт! Беҙ быны булдырҙыҡ. Барыһының да еңеү менән тамамланыуына шатмын.

Ҡалғаны тураһында аҙаҡ һөйләрмен. Әле эсемдә бушлыҡ. Хәлемде аңламайым, илағы, бөтә эмоцияларҙы сығарғы килә. Бының ни тиклем ауыр булғанын күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ. Ауыр – ул һүҙ генә, әйтеп аңлатып булмай. Ни эшләп мин ошо һорауға яуап таба алмайым икән?” – тип яҙҙы ул телеграм-каналында.

Фото: Телеграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: