Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2023, 14:27

Исламбайҙар еңеү өсөн көрәшә

Айыҡлыҡты яҡлаған ауылдаштарҙың маҡсаты изге.

Тау-ташлы, ҡалын урманлы, күркәм тәбиғәтле Бөрйәндең йәмле генә бер өлөшөндә урынлашҡан Исламбай ауылы. Был ауыл “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында еңеп, хәҙер үҙенең көсөн республика кимәлендә һынамаҡсы.

Ауыл халҡының маҡсатының ныҡлығы тормош-көнкүрештәрендә лә сағылмай ҡалмай. Ауылда 126 йорт иҫәпләнә, унда йәшәгәндәр 400-ҙән артып китә. Аҫҡар ауыл биләмәһе башлығы Ғәни Юлдашев әйтеүенсә, ауылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторғандар, малсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр, билмән цехы асып үҙ эшен булдырған йүнселдәр аҙ түгел. Ошо ауыл йәштәренең хәстәре менән дүрт магазин эшләп килә. Шуныһы хуплауға лайыҡ: уларҙа хәмер бөтөнләй һатылмай.

– Ишле ғаиләләребеҙ ҙә байтаҡ. Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән 11 ғаилә йәшәй, – тип ауылдың киләсәгенең өмөтлө булыуын да күҙалланы урындағы хакимиәт башлығы.

Исламбайҙың өлгөлө, йүнсел ғаиләләре менән танышҡандан һуң, үҙебеҙ ҙә быға инандыҡ.

 

91 йәштә лә сафта

 

Ауылдың аҡһаҡалы, бөгөнгө көндә лә гөрләтеп донъяһын көткән Әхтәм Хәйбуллинды мәктәп уҡыу­сылары менән осрашыу мәлендә тап иттек. Ул үҙенең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән балалыҡ йылдары, үҫмер саҡтағы шөғөлө – сабата үреү серҙәре тураһында йәш быуынға бик фәһемле итеп һөйләне.

Сабата үреү – бөгөн юғалып ҡалған шөғөл. Ләкин уны үреү оҫталары, ул ауыр осорҙо хәтерләүсе быуын әле лә бар.

– Сабатаны иҫ белгәнемдә атайым үрә торғайны. Ике ағайым да был эште белде, уларға ҡарап мин дә өйрәндем. Ағайҙарым эшкә сығып киткәс, был бурыс миңә ҡалды. Шулай итеп 12 йәштәрҙә сабатаны ныҡлы үрә инем инде. Үрмәҫ инем, аяҡҡа кейергә кейем юҡ, туғандарыма ла кәрәк. Сабатаны үреүе оҙаҡ түгел, бер парҙы ике сәғәт эсендә үрәһең. Ләкин тиҙ туҙыуы арҡаһында, яңыһын өлгөртөү хәстәре лә булды. Бының өсөн йүкәне йәйҙән үк, һыҙырылған ваҡытында әҙерләп ҡуя инем. Аяҡ кейеме булмағас, сабатаны 18 йәшкә тиклем кейҙем. Бары тик армияға киткәс кенә уны оноттом, – тине Әхтәм Әбделкәбир улы бала сағы хәтирәләренә бирелеп.

 Исламбай аҡһаҡалы  өлгөлө тормош юлы үткән. Армиянан һуң туғыҙ йыл сит яҡтарҙа ла эшләргә тура килгән. Ләкин сит төйәкте, ул яҡтың тәбиғәтен үҙ итмәй тыуған яғына ҡайтҡан. Һөнәре машина йөрөтөү менән бәйле. Армияла водителгә уҡып сыға һәм 40 йыллап ғүмерен ошо һөнәргә арнай, 1992 йылдан – хаҡлы ялда.

Ләкин ял итеп ултырырға һис кенә лә ваҡыты юҡ. 90 йәштән артһа ла, машина йөрөтә, ҡул менән бесән саба, күбә күбәләй, мал ҡарай, яҙ етһә, баҡса үҫтерә. Ауылдаштары уның оҫта баҡсасы булыуын да маҡтап телгә алды.

– ­Ҡартмын тип түшәктә ятмайым. Ятһам, тән ойой, ауырыуға һа­быша башлайым. Шуға ла йө­рөргә тырышам, һәр ваҡыт хәрәкәт­тәмен, – тине Әхтәм Хәйбуллин.

Аҡһаҡалдың сабата үреү тарихы, нескәлектәре балаларҙы ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. Уның фәһемле теләк-кәңәштәрен бик ихлас тыңланылар.

– Үҙем уҡый алманым, ете класс ҡына белем алдым. Балаларға теләгем – һәйбәт итеп уҡыһындар, юғары ғилем алһындар, ата-әсәләрен тыңлаһындар, – тине ул уҡыусыларға.

 

Солоҡсолоҡ олатаһынан күскән

 

Исламбай ауылының һөнәрле кешеләренең тағы ла береһе менән таныштыҡ. Ул – умартасылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән Морат Бирҙеғолов. Ошо ауылда тыуып үҫкән замандашыбыҙ колхоз осоронда тракторсы булып хеҙмәт иткән, аҙаҡ ныҡлап ошо боронғо шөғөлгә тотонған.

– Атайым да, олатайым да солоҡсо булды. Бала саҡта атайым үҙе менән мине солоҡ ҡарарға йөрөтә торғайны. Ул өҫтә тора, мин уға нимә кәрәк алып биреп, эргәһендә ярҙам итеп йөрөнөм. Атайымдың, олатайымдың солоҡтары әле лә һаҡлана. Хәҙер инде үҙем дә 10 йылдан ашыу солоҡсолоҡ менән шөғөлләнәм. Өй эргәһендә умарталарым да бар, – тип башланып китте әңгәмәбеҙ.

Солоҡсолоҡтоң үҙ мәшәҡәттәре етерлек. Уның балы ла гел уңмай. Исламбай солоҡсоһо былтыр үҙҙәренән артҡанын бер аҙ һатыуға сығарған. Солоҡ балы аҙ булһа ла, хаҡы ҡиммәт.

 Морат Фәйзулла улының үҙе юнған солоҡтары биш метр бейеклектә. Ә бына атаһынан, олатаһынан ҡалғандарыныҡы тағы ла бейектәрәк урынлашҡан. Солоҡ эшен яңғыҙың эшләү мөмкин дә түгелдер, шуға ла ул, ғәҙәттә, ағаһы менән бергә йөрөй.

– Солоҡсолоҡ менән шөғөллә­неү өсөн теләк кенә түгел, түҙемлек тә кәрәк. Берәй йыл ҡорт ҡунмаһа, шунда уҡ эшеңә ҡул һелтәһәң, һөҙөмтәһе лә булмаясаҡ. Ҡорттоң бер нисә йылдан да ҡуныуы бар, – тип был эштә ныҡышмаллыҡ, сабырлыҡ та кәрәк булыуын әйтте солоҡсо.

Алға ҡуйған маҡсатыңдың алға барыуында яҡындарыңдың һинең шөғөлөңдө аңлап ҡабул итеүе лә мөһим. Был йәһәттән Исламбай солоҡсоһона ҡатыны ла таяныс, ярҙамсы була белә.

Эш юҡ, тип һылтау эҙләмәй, үҙенең тыуған төйәгендә сараһын тапҡан, боронғо солоҡсолоҡ шөғөлөн күтәреүселәр был төбәктә аҙ түгел. Киләсәктә солоҡсолоҡҡа ҡыҙыҡһыныуҙың тағы ла артыуын, уны дауам итерлек йәштәр булыуын теләйбеҙ.

 

Тотош ауыл йыйылды

 

“Башҡортостан” гәзите журна­лис­тарының Исламбайға барған көнөндә ауылда тағы ла бер матур сара – “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” тигән байрам уҙғарылды. Унда ете ғаилә ҡатнашты. Был ярыш етеҙлеккә лә, берҙәмлеккә лә һынаны. Һөҙөмтәлә Мырҙағо­лов­тар беренсе, Хафизовтар – икенсе, Хәйбуллиндар өсөнсө урын яуланы. Ҡалған ғаиләләргә лә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Был сара ла “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә уҙғарылды.

Ғаиләләр конкурсы тиһәләр ҙә, байрамға ауылдан байтаҡ халыҡ йыйылды. Ауыл ағинәйҙәре лә дәррәү килде. Әйткәндәй, ауылдың ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙары скандинав таяҡтарында йөрөүҙе матур ғәҙәткә әүерелдергән. Көн һайын 2-3 километр юл үтәләр. Шулай уҡ саңғыла шыуыусылар ҙа бар.

Ауыл халҡын мәҙәни сараларға йәлеп итеү ҙә – айыҡ тормош алып барыуҙың бер сараһы. Исламбай мәҙәниәт йорто етәксеһе Вәлимә Ғәлиуллина әйтеүенсә, был учреждениела төрлө йүнәлештәге ансамблдәр эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың “Серҙәштәр” вокал, “Хазина” бейеү ансамблдәре, “Йәнгү­зәл” фольклор коллективы, ир-егеттәрҙең “Арғымаҡ” вокал коллективы, ғөмүмән, барлығы туғыҙ коллектив тупланған. Уларҙың һәр береһе үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапҡан.

Ауылдағы таланттар районда ғына түгел, республика кимәлендә лә алдынғы урындар яулай. Былтыр, мәҫәлән, “Серҙәштәр” ансамбле республикала призлы урын алған.

Халыҡ мәҙәни тормошта ҡайнай, спортты үҙ итә, матур итеп донъя көтөүгә, балалар үҫтереүгә ынтыла икән, был ауылда хәмергә, йәмһеҙ ғәҙәттәргә лә урын юҡ. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, исламбай­ҙар үҙҙәренең ғәмәлдәре аша тап ошоно иҫбатларға тырыша.

- Резеда ӘХМӘТГӘРӘЕВА

Сабата үреү оҫтаһы Әхтәм Хәйбуллиндың шөғөлө балаларҙы ла ҡыҙыҡһындыра.
Солоҡсо Морат Бирҙеғоловтың шөғөлө атай-олатаһынан килә.
Ауыл биләмәһе башлығы Ғәни Юлдашев.
Сабата үреү оҫтаһы Әхтәм Хәйбуллиндың шөғөлө балаларҙы ла ҡыҙыҡһындыра.
Читайте нас: