Был турала Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итте.
"Төркиә Республикаһының Башҡортостандағы почетлы консулы Рөстәм Дәүләтов Өфөлә Төркиә эшҡыуарҙары менән берлектә гуманитар ярҙам йыйыу ойошторҙо. Ярҙам күрһәтеү пункты Үрге сауҙа майҙаны, 6 адресы буйынса «Эврен» кафеһы янында урынлашҡан.
8 февралдә Төркиәгә гуманитар ярҙам ебәреү өсөн ошо адрес буйынса тағылмалы автомобиль тора. Бөтә һорауҙар менән 7 (917) 404-49-01 телефонына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Өфөләр һәм республикала йәшәүселәр йыйыу пунктына йылытҡыстар, яңы юрғандар, яңы ҡышҡы кейем, йоҡо тоҡтары, термостар, пауэрбанктар тапшырып, ярҙам итә ала. Йыйылған бөтә кәрәк-яраҡ ер тетрәүҙән зыян күргән райондарға ебәреләсәк", - тип яҙҙы ул.
Фото: https://vk.com/m.bolytcheva