Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2023, 23:49

Ирем икенсе бала таптыра

gurutest.ru
Фото:gurutest.ru

Илфат менән яратышып өйләнештек. Бик матур итеп дуҫлашып йөрөнөк, мин уны армиянан көтөп алдым. Институттың һуңғы курсында өйләнештек. Икебеҙ ҙә бәхеттең етенсе ҡатында кеүек инек.

Йәш белгестәр булып дәрт­лә­нешеп эшкә төшкән генә саҡта ауыр­ға ҡалдым. Был яңылыҡ ике­беҙҙе лә ныҡ шатландырҙы. Ата-әсәләр ҙә ҡыуанды. Улар беҙгә, тиҙҙән бәләкәй сабыйы булырға тор­ған йәш ғаиләгә, фатир алып би­реште. Минең атай-әсәйем дә, Илфаттыҡы ла әле йәштәр, атайҙар Себерҙә эшләй, пенсияға тиклем йыраҡ, шуға күрә уларҙың ярҙам итеү мөмкинлеге бар ине. Мала­йыбыҙ тыуыр алдынан яңы иркен фатирға күстек.

Рәхәтләнеп йәшә лә йәшә ине лә бит. Бәпес тыуғас та, проблема­лар башланды. Ул пневмония менән сирле булып тыуҙы. Шунда уҡ айырып алып, реанимацияға һа­лып ҡуйҙылар. Сабыйымды кү­реп туйып та өлгөрмәй ҡалдым. Ҡайғы­рыуымдан һөтөм төшмәне. Бер ай самаһы дауахана тупһаһын тапай торғас, улыбыҙҙы сығар­ҙылар.

Бәпес ныҡ илаҡ булды. Төндә­рен бөтөнләй йоҡламай ине. Һөтөм дә булмағас, төн буйы яһалма ҡатнашма әҙерләп хәл бөттө. Күп тә үтмәй, эсе ауырта башланы. Уны­һы үткәйне, теше сығып илау­ҙар. Ҡыҫҡаһы, көн дә, төн дә йоҡо булманы. Илфат эшләгәс, уны йәл­ләп уятмаҫҡа тырыштым. Үҙем таңға тиклем бәпесте ҡулда бәүе­теп ултырҙым. Көндөҙ ҙә йоҡо юҡ, ашарға бешерергә, өй йыйыш­ты­рырға кәрәк. Неврология йәһәтенән проблемалары булған сабыйыбыҙ көндөҙ ҙә йоҡламай ине шул.

Мин ябыҡтым, йонсоном, йәм­һеҙ­ләндем. “Тормоштоң бер шат­лығы ла ҡалманы” тигән кеүек хис­тәр кисерә башланым. Хәҙер генә бының бала тыуғандан һуңғы депрессия булғанлығын аңланым, әлбиттә. Ә ул саҡта миңә бик ауыр ине, йыш кәйефем булмай, илай торғайным.

Балаға өс йәш тула тигәндә, уны балалар баҡсаһына алып бар­ҙыҡ. Инде тыныс һулап эшкә сы­ғыр­ға ғына йөрөгәндә, башланды бөт­мәҫ-төкәнмәҫ сирҙәр. Йә һыуыҡ тейә, йә эсе китә. Тәүге ярты йыл эсендә дүрт тапҡыр дауаханала ятып сыҡҡас, баҡсаға бармай то­рор­ға ҡарар иттек. Өйҙә балаға бәйләнеп бикле ултырырға мәжбүр булдым. Был хәл биш йәше тулғансы дауам итте.

Шунан һуң ғына бер ни тиклем рә­хәтлек килде. Улыбыҙ ныҡлап балалар баҡсаһына өйрәнде, сир­ләүҙәре һирәгәйҙе. Үҙаллыраҡ булып китте. Мин, ниһайәт, эшкә сыҡ­тым, матур кейемдәр алдым. Ке­ше араһында йөрөгәс, кәйеф тә кү­тәрелде, үҙемде лә ҡарай башла­ным. Һәм көтмәгәндә яңы проб­ле­ма­ға тарыныҡ. Ирем икенсе бала һо­рай башланы. Имеш, ул яңғыҙы үҫ­кән, күңелһеҙ булған, уға кәмендә өс бала кәрәк. Ә минең турала уйлап та бирмәй. Ҡасандыр үҙем дә ҙур ғаилә тураһында хыяллана инем. Тик улым менән үткән ауыр­лыҡ­тарҙан һуң быларҙың береһе лә кәрәкмәй. Саҡ үҙемде кеше итеп тоя башлағайным ғына, ул мине йә­нә өйгә бикләргә һәм яңынан ошо ауырлыҡтар аша үтергә дусар итә.

Тәүҙә “һуңғараҡ” тип әйтә килә инем. Бер көн ирем менән ныҡлап һөйләшергә булдым һәм башҡаса бала тапмаҫҡа теләүемде әйттем. Китте ғауға.

– Һин эгоист, үҙеңде генә уйлайһың! – тине ул.

Йоҡоһоҙ үткәргән төндәрем, һәр сире өсөн дауаханаға ятыуҙар, ашалған нервы уның өсөн бер ни түгел. Бәлки, үҙем дә ғәйеплелер, бала ҡарау хәстәрен уның менән бер иш тартһаҡ, аңлар ине. Ә мин “барыбер өйҙә ултырам” тип уны, эшләгән кешене, йәлләгән булдым. Әҙер балаға мин дә риза ла бит, тик ҡайҙан алырға уны?

Илфат шул һөйләшеүҙән һуң бер аҙна минең менән һөйләшмәне һәм кисә килеп ҡарарын белдерҙе.

– Әгәр бала тапмайһың икән, мин айырылам. Ғаилә ҡорорға теләге булған йәш ҡыҙҙар күп. Ә һин йөрө эшеңә, матур күлдәк­тәреңде кейеп. Уйларға бер аҙна ваҡыт бирәм, – тине ул.

Иҫем китеп ултырам. Ни эш­ләргә һуң? Иремде яратам, тик үҙем тураһында ла уйлайым. Ул ми­ңә шундай шарт ҡуя икән, мөхәббәт тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкинме ни? Беҙгә әле утыҙ йәш тә тулмаған. Бәлки, аҙағыраҡ үҙем дә сабый тураһында хыялланыр инем, тик уға бөгөндән кәрәк...

(Нефтекамала йәшәгән ҡатындың хатынан).

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: