Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль 2023, 09:02

Иңдәрендә – оло яуаплылыҡ

Мәскәүҙәрҙең берҙәмлеге һоҡландыра.

Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы халҡын тәүге сиратта ныҡыш һәм маҡсатлы тип билдәләге килә: улар быға тиклем дә “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә әүҙем ҡатнашты һәм финалға тиклем барып етте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар былтыр еңеүселәр рәтенә инә алманы: ни хәл итмәк, бәйгенең үҙ ҡанундары бар. Мәгәр мәскәүҙәр күңелдәрен төшөрмәне, ең һыҙғанып киләһе бәйгегә әҙерләнә башланы. Быйыл улар тағы ла республика этабында көс һынай, район һәм Башҡортостан халҡын берҙәм, тырыш булыуҙары менән таң ҡалдыра.

 

Гөрләтеп йәшәр өсөн бөтә шарттар бар

 

Дүртөйлө районында урынлаш­ҡан был ауылда ике меңгә яҡын кеше йәшәй, биләмә эргәһендә республиканың ҙур сәнәғәт пред­прият­иеларының береһе – ”Газпром Трансгаз Өфө” ябыҡ акцио­нерҙар йәмғиәтенең Дүртөйлө магистраль газ торбаларының линия-производство идаралығы урынлашҡан, ауыл халҡының күбеһе шунда эшләй.

Бында ҙур эш биреүселәр иҫә­бенә шулай уҡ Калинин исемен­дәге ауыл хужалығы предприя­тиеһын, Дүртөйлө “Ядрица” ярма заводын, пилораманы, автосервис­ты, биш крәҫтиән-фермер хужа­лы­ғын индереү зарур. Мәскәүҙә ауыл табип лабораторияһы, Дүрт­өйлө район үҙәк дауаханаһының психиатрия бүлеге, дарыухана, почта, банк бүлексәләре лә бар. 

Урта мәктәптә 200-гә яҡын уҡыусы белем ала, “Миләш” балалар баҡсаһына 78 тәрбиәләнеүсе йөрөй. Ауыл мәҙәниәт йорто ла гөрләп тора: халыҡ “Аҡ ҡалпаҡ” фольклор ансамблендә, театр һәм бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Фондында 14 меңдән ашыу баҫма булған китапхананан да кеше өҙөлмәй. Алты магазин, матурлыҡ салоны, бөҙрәхана, столяр оҫта­ханаһы – тулы тормошта йәшәү өсөн Башҡортостандағы Мәскәүҙә  бөтәһе лә бар. Иман йортоноң, йәғни мәсеттең ишеге лә бер ҡасан да ябылмай, сөнки бында дин тәғ­лимәттәрен хөрмәт иткән, белемгә ынтылған, иманлы кешеләр бихисап. Спорт менән дә дуҫ мәскәүҙәр: ауыл советы биләмәһендә ике хоккей ҡабы, спорт һәм тренажер залдары бар. Еңеү паркы ла тәртипкә килтерелгән, ул – ауыл халҡының яратҡан ял урыны.

Аҫабалар төбәге

 

Тарихына килгәндә, асыҡ сыға­наҡ­тарҙан мәғлүм булыуынса, ауылға нигеҙ һалған аҫаба башҡорт Мәскәү Аҡйегетов Шамшаҙы улысы башҡорттары Русай Иванаев, Әкәнәй Бишенбаев һәм тағы ла бер нисә иптәше менән 1709 йылда Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан ерҙәрен Бөрөнөң дин әһелдәренә ауыл булдырыу хоҡуғы менән ҡуртымға биргән.

1739 йылдың 27 июнендә башҡорттар Биккенә Дәүләтов, Абдрахман Яҡаев, Ҡонор Үмәров һәм Шамшаҙы улысының Итекәй, Әкәнәй ауылдары аҫабалары менән бергә, башҡорттарға йыл һайын һалынған яһаҡты түләп тороуҙа ярҙам иткәне өсөн, Яубаҙы йылғаһы буйындағы һөрөнтө ерҙәрен Бөрө гарнизоны канониры Г. И. Погореловҡа һәм уның ҡусты­һына ҡуртымға биреү тураһында килешеү төҙөй һәм шул документта Мәскәү ауылы тәүге тапҡыр телгә алына. Биш йылдан һуң Абдрахман Яҡаев Ҡаршын улысы башҡорто Шәриф Мораҡовтан (Мрятов) бурысҡа 30 һум алып торған татарға (Һарыһаҙ ауылынан) яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы булараҡ сығыш яһай. Тап ошо факт­тар Мәскәү ауылының XVIII быуатта барлыҡҡа килеүен раҫлай.

1789 йылда ауыл халҡы Ишмән һәм Күҫәдек ауылдары кешеләрен бер ниндәй документһыҙ үҙ ерҙәренә индергән. 1859 йылда ауылда 852 башҡорт, 266 типтәр һәм мари, 1920 йылда 2 мең 512 башҡорт һәм 520 типтәрҙең йәшәүе теркәлгән. Мәскәү ауылы Бөрө кантонының Бөрө улысы үҙәге һәм 10-сы Башҡорт кантонының штаб-фатиры ла булған. 1836 – 1839 йылдарҙа бында хорунжий Әбделбасир Әбделвәхит улы Сәфәров кантон начальнигы була. Уның улдары Әбделхан, Абдулла, Ғатаулла, Сибәғәтулла 1873 йылда дворянлыҡ титулын алған.

Был ауылдан билдәле ғалим, инженер-механик, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре Кенәз Ғәлимханов, республикала “Почёт Билдәһе” орденына лайыҡ булған иң беренсе ҡатын-ҡыҙ, ауыл хужалығы ал­дынғыһы Фәүзиә Ҡаһарманова, совет һәм Рәсәй педагог-методисы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Бәғиә Мәғәсүмова, башҡорт дворян нәҫеле Сәфәровтар, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе Илфир Хәбирйәнов сыҡҡан.

 

Берҙәм һәм татыу халыҡ йәшәй

 

Ауыл халҡы алкоголле эсемлек­тәрҙең тотҡоно булмаһын өсөн баш­ҡа йүнәлешле эштәр ҙә баш­ҡарыла. Мәҫәлән, ауыл биләмә­һе­нең ике ауылындағы магазин­дарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тулыһынса туҡтатылған. Шулай ҙа тыйып ҡына эскелек тигән афәтте еңеп булмай – быны яҡшы аңлай­ҙар. Тәүге сиратта айыҡ йәшәү рә­үеше норма булғаны кешеләрҙең аңында сағылырға тейеш, шуға ла ауыл советы, мәктәп, мәҙәниәт йорто коллективтары, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары – ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советы, аҡһаҡалдар халыҡты сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү эшендә әүҙем ҡатнаша. Унан ауыл төҙөк, матур булһа, халыҡтың рухи ҡанаттарын нығытырлыҡ матур эштәр башҡарылһа ла кәйеф күтәренке була.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡат­наш­ҡан ауылдаштар хөрмәтенә обелиск асылған, “Урындағы баш­ланғыстарға булышлыҡ итеү” про­граммаһы буйынса балалар май­ҙансығы ҡуйылған, һыу һур­ҙырыу башняһы алмаштырылған, мәктәп­тә тәҙрәләр яңыртылған, зыярат яңынан кәртәләнгән, янғын гидранты алынған һәм башҡа саралар күрелгән.

“Айыҡ ауыл” бәйгеһе иһә халыҡҡа дәрт-дарман өҫтәй, улар йәшәү сифатын яҡшыртыуға тағы ла сәмләнеберәк тотона. Конкурсҡа ярашлы көн һайын тиерлек ауылда төрлө саралар үткәрелә. Мәҫәлән, күптән түгел Кушнаренко һәм Дүртөйлө райондары командалары араһында билдәле ғалим, яҡташтары Кенәз Ғәлимхановтың иҫтәлегенә район-ара волейбол турниры ойошторолған, бөтә командалар ҙа дипломдар, кубоктар, миҙалдар менән бүләкләнгән.

Урындағы “Газпром Трансгаз Өфө” учреждениеһы ла, ауылдың конкурста ҡатнашыуын хуплап, ҡы­ҙыҡлы флешмоб үткәрә, унан һуң хәрби операциялағы ауылдаштарға теләктәшлек һәм ярҙам йөҙөнән пред­приятие хеҙмәткәрҙәре ара­һында быймалы хоккей буйынса турнир ойошторола. Ғөмүмән, ауыл һырғалағы, хоккей ҡабы ҡыш баш­ланғандан алып бер генә көн дә буш торғаны юҡ, тип әйтерлек: кү­ңелле спорт байрамдары, мауыҡ­тырғыс ярыштар, ҡыҙыҡлы эстафеталар үтә, ауыл халҡы, балалар, ата-әсәләр һәр сараны көтөп кенә тора, тотош ғаилә менән киләләр, ихлас ҡатнашалар. Кешеләр йылдан-йыл әүҙемерәк була бара, бер-береһенән өлгө алып, сәмләнеп китә.

Ғаиләләр өсөн ойошторолған спорт байрамы ла бер тынала үт­кән. Барыһы ла ихлас ярышып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ғөмү­мән, спорт байрамының төп һө­ҙөмтәһе – балаларға һәм ата-әсә­ләргә бергә йыйылыу, аралашыу мөмкинлеге биреү. Ярышта кемдең еңеү яулауы мөһим түгел, иң мөһиме – сараның ыңғай мөхитен тойоу, бер-береһен ихтирам итеү, дуҫлыҡ күпере булдырыу.

Ғинуарҙа шулай уҡ “Тылсымлы саналар” спорт байрамы уҙған. Бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан, сөнки ҡатнашыусылар фестивалгә ныҡлы әҙерләнгән һәм биҙәлешкә креатив күҙлектән ҡараған. Ғәҙәти булмаған “суперсана”лар формаһы һәм төҙөлөшө буйынса күптәрҙе һоҡ­ландыра. Саф һауала үткәргән ва­ҡыт иһә барыһын да берләштерә, көс-дәрт, күтәренке кәйеф өҫтәй. Ғөмүмән, тыштағы күңел асыуҙар һаулыҡ өсөн дә файҙалы. Бындай осрашыуҙар дуҫтарса мөнәсә­бәттәрҙе нығыта, дәртләндерә, сәләмәт йәшәү рәүешен форма­лаштырыуға өлгө булып тора.

Ял көндәрендә “Яулыҡ һәм шәлдәрҙең сағыу әйлән-бәйләне” фестиваль-йәрминкәһе уҙған. Сара байрам ҡунаҡтарына, йәштәргә һәм өлкән быуын кешеләренә шәл­дәрҙең төрлөлөгөн күрһәтә. Бары­һы ла музыкаль сығыштар һәм ижади коллективтарҙың театр­лаштырылған тамашалары менән оҙатылып бара.

Урта һәм өлкән класс уҡыусы­лары өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында лекциялар ойошторола. Был юлы йәш ауылдаштары менән әңгәмәне Ижевск дәүләт медицина академияһы студенты Камилла Фәрхетдинова үткәргән. Ул алкоголь һәм тәмәке ҡулланыуҙың насар эҙемтәләре, медицина ас­пект­тары хаҡында һөйләне, тың­лау­сыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсында планлаш­ты­рылған саралар ауыл биләмә­һендә әле лә дауам итә.

Бөгөндән үк балаларҙың йө­рәгенә изгелек, айыҡлыҡ ор­лоҡтары сәсһәк, киләсәктә йәм­ғиәтебеҙҙә лайыҡлы урын аласаҡ быуын үҫтерәсәкбеҙ. Ауыл сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған һәм уның аныҡ һөҙөмтәләрен бөгөндән үк тоя.

Мәғлүм булыуынса, “Айыҡ ауыл” проекты Башҡортостан Республи­каһы Башлығы гранттары фонды булышлығында тормошҡа ашырыла. Тәжрибәле, маҡсатлы мәскәү­ҙәргә иһә бәйгелә уңыштар насип булһын.

Мәскәү ауыл советы биләмәһе башлығы Динар Заһит улы ХӨСНӨТДИНОВ:

– Мәскәү ауылы халҡы сәләмәт тормош рәүешенә, әүҙем тормош позицияһына һәр саҡ өҫтөн­лөк бирә. Ауыл советы хаки­миәте, урындағы йәмәғәтсе­лә­ребеҙ ауылда физкультураны, спортты үҫ­тереүгә ҙур иғтибар бүлә, һәр миҙгелдә саралар ойоштора. Төрлө йәштәге кешеләрҙе бер­ләштергән саңғы ярыштары, хоккей баталияһы, футбол һәм волейбол осра­шыуҙары, кү­ңелле старт­тар һәм башҡа күмәк ярыштар даими үт­кәрелә, йылдан-йыл күбе­рәк кешене йәлеп итәбеҙ.

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас: