Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауылында урынлашҡан “Йәйғор” магазины шул төбәктә йәшәүселәргә генә түгел, республиканың, Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан ошо яҡтың йәмле тәбиғәтен күрергә килгән туристарға ла яҡшы таныш.
Был магазиндың хужалары Елена менән Таһир Ноғомановтар бынан байтаҡ йылдар элек үҙҙәренең эшен ойоштора. 1996 йылда Матросов урамындағы бәләкәй генә магазиндан башланып китә уларҙың эшҡыуарлыҡҡа юлы. Ул ваҡытта тәҡдим ителгән тауарҙар исемлеге лә ярлы ғына ине, тип иҫкә ала Елена Васильевна. Шулай булһа ла, урындағы халыҡ та, ял итергә килгән ҡунаҡтар ҙа магазинды тиҙ үҙ итә.
Тырышлыҡ бушҡа китмәй, йылдар үтеү менән аяҡҡа ныҡлап баҫа Нуриман эшҡыуарҙары. Тиҙҙән магазин яңы төҙөлгән кирбес бинаға күсә. Бында инде тәҡдим ителгән тауарҙар исемлеге лә киңәйтелә. Аҙыҡ-түлек, сәнәғәт һәм төҙөлөш, көнкүреш химияһы бүлектәре булдырыла.
Өлгәшелгән уңыштар менән генә сикләнеп ҡала торғандарҙан түгел Ноғомановтар. 2014 йылда бинаның бер өлөшөндә кафе-кулинария асып ебәрәләр. Ҡунаҡтарҙы яңы бешкән ҡайнар аштар, эҫе ҡамыр ризыҡтары менән һыйлайҙар.
Тырышҡан һайын эш тә алға бара. Магазин бинаһын йәнә ҙурайтыу бурысы ҡалҡа. Бынан өс йыл самаһы элек ул тулыһынса үҙгәретеп ҡорола, майҙаны иһә дүрт тапҡырға ҙурайтыла, ошо рәүешле һатып алыусыларға ла уңайлы шарттар тыуҙырыла. Һөҙөмтәлә сәнәғәт һәм төҙөлөш тауарҙары бүлеге ҙурайтыла, был иһә ассортиментты киңәйтеүгә юл аса.
Хәҙер инде “Йәйғор” сауҙа селтәре булдырылған. Ошо йылдарҙа татыу, берҙәм коллектив та тупланған, бында хәҙер өс тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәр эшләй.
Заман яңы талаптар ҡуя, халыҡтың ихтыяжы ла үҙгәрә. Былтыр йүнсел хужаларҙың хәстәрлеге һөҙөмтәһендә банкет залы менән айырым кафе төҙөлгән. Ул тыштан ғына түгел, эстән дә зауыҡ менән биҙәлгән. Елена Васильевна әйтеүенсә, кафеға күбеһенсә Нуриман яҡтарын күрергә килгән туристар туҡтала. Турист төркөмдәренә төшкө аш ойоштороуҙы, туйҙар, юбилейҙар үткәреүҙе лә кафе хеҙмәткәрҙәре ихлас башҡара. Аш-һыу әҙерләгәндә юғары сифатлы аҙыҡ-түлек ҡулланыу, заманса бешереү ҡорамалдарында ризыҡты әҙерләү ҙә дөйөм эш сифатына йоғонто яһамай ҡалмай. Килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылау, яҡшы итеп хеҙмәтләндереү менән халыҡтың күңелен яулап алған был коллектив.
Алһыҙ-ялһыҙ эшләгәндә генә хеҙмәт һөҙөмтәһен бирә. Ноғомановтарға быға өлгәшеү өсөн аҙ тир түгергә тура килмәгән. Егәрлелек кенә түгел, кеше менән матур мөғәмәлә, эште ойоштора белеү ҙә талап ителә. Был өлкәлә 27 йыл тәжрибәһе булған Елена Васильевнала әлеге сифаттарҙың барыһы ла тупланған. Йүнсел етәксенең сауҙа өлкәһендәге тырыш хеҙмәте маҡтау грамоталары һәм бихисап рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Мәҫәлән, былтыр юғары һөнәри оҫталығы, өлгәшелгән ҡаҙаныштары өсөн ул Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Балалары менән дә ғорурлана ала Ноғомановтар. Динар улдары, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, нефть эшкәртеү заводында инженер булып эшләй, Регина ҡыҙҙары, Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем алып, табип-невролог, реабилитолог һөнәрҙәрен үҙләштергән. Әйткәндәй, ул – Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы ла.
Дүрт ейәнгә өләсәй һәм олатай булыу бәхетен дә татып өлгөргән эшҡыуарҙар ғаиләһе. Хеҙмәттә генә ҡаҙаныштар яулап ҡалмай, ғаилә бәхетен табыуҙары менән дә һоҡланғыс ғүмер итә Ноғомановтар.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Нуриман районы.