Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2023, 20:47

Ихлас күңелдән биҙәүестәр яһайбыҙ

Киләсәк быуынға еткерәһе бар.

Беҙҙең ауылда оҫта ҡатын-ҡыҙ байтаҡ. Кемдер ырғаҡ менән түшәктәр бәйләй. Ҡайһыларының баҡсаларын күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр биҙәй. Күңелгә яҡын булған башҡорт милли биҙәүестәрен эшләүгә дәррәү генә тотоноп китергә ваҡыт етеңкерәмәй ине. Үткән ҡышҡы оҙон бер кистә ауыл ҡатындарын өйгә саҡырҙым. Маҡсатым – ауылдаштарға башҡорт биҙәүестәрен яһау серҙәрен асыу, артабан инде үҙебеҙгә лә эшләп  алыу.

Беренсе йыйылыуыбыҙға йыл да булып китте. Ошо ваҡыт эсендә түңәрәккә тирә-яҡ ауылдар – Басай, Әхмәр, Күсей, Урғаҙа, Баймаҡ, Сыңғыҙ,Ҡарамалы,  Әбйәлил тарафтарынан да килеп ҡушылдылар. Төркөмөбөҙҙә йөҙҙән ашыу кеше булып китте. Ихлас күңел менән эшкә тотонғас, уға “Ихлас” тип исем дә ҡушып алдыҡ. Кемдер үҙенә селтәр эшләп ҡыуанһа, икенсеһе  ҡашмаулы булды. Хәҙерге ваҡытта иллеләгән уңғанбикәнең ҡашмауҙары, селтәрҙәре әҙер. Шулай уҡ хәситә эшләүселәр ҙә бар. Элекке Мостай ауылы урынында үткән “Ҡурай” байрамының бер биҙәге булғандыр “Ихлас”тарҙың дефилеһы. Егермеләгән ҡатын-ҡыҙҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән биҙәүестәрен тағып сәхнәгә күтәрелгәнен күреү, бәләкәй генә шишмәнән юл алған эшебеҙҙең тау йылғаһы кеүек ярһып ағып, тулыланып, яңынан-яңы кешеләрҙе йәлеп итеүендә үҙеңдең дә өлөшөң булыуын белеү – ҙур бәхеттер. Башҡорт теле уҡытыусыһы, хәҙерге ваҡытта балалар баҡсаһында ябай тәрбиәсе булып эшләүем дә – башҡортомдоң тарихына, үткәненә, хәҙергеһенә хөрмәт күрһәтеп, киләсәгенә дөрөҫ юлдан барыуға ишара.

Бер йыл эсендә үткәрелгән саралар, күңелдә ҡалырлыҡ иҫтәлекле ваҡиғалар ҙа ярайһы ғына булған. Ауылда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Зөлфиә Ибраһимова, Рәғиҙә Әминева, Гөлсирә Рахманғолова, Гөлсирә Илбулова, Вәзимә Ниғмәтуллина, Ләлә Йыһангирова, Дилара Атанғолова, Фирүзә Рәсүлеваны маҡтап телгә алыр инем. Шулай уҡ төрлө күргәҙмәләрҙә эштәре менән ҡатнашҡан Альбина Тулыбаева, Дилә Ирғәлина, Гөлнур Байғужина, Айгөл Талипованы ла билдәләр инем. Яңыраҡ үткән “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” исемле сарала оҫтабикәләребеҙ ырғаҡ менән ултырғыс түшәктәре бәйләү, балаҫ һуғыу, селтәр, ҡашмау эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Иҫәнбәт ауылында ла, эштәр, яңыраҡ ҡына башланыуына ҡарамаҫтан, дәррәү бара. Беренсе көн түңәрәккә ете кеше килһә, хәҙер тиҫтәнән артып китте. Көндәлек мәшәҡәттәренән ваҡыт бүлеп, үҙҙәренә матур-матур биҙәүестәр яһаған ҡатын-ҡыҙҙар тик маҡтауға лайыҡ. Һуңғы түңәрәк ултырышына Вәлимә апай Фәйзуллина (ул тиҫтә йылдар дауамында ошо ауылда клуб мөдире булып эшләне) үҙенең ҡәйнәһенән ҡалған бай ҡомартҡыны – алмиҙеүҙәрҙе алып килде. Ә бит ошо биҙәүестәрҙә күпме тарих һаҡланған. Көмөш тәңкәле алмиҙеүен тағып, шишмә һыуына китеп барған апай күҙ алдына баҫа. Иҫәнбәттең хозур тәбиғәтенә һоҡланып, үҙенең яратҡан йырын йырлап алғандыр, ә кискеһен, ошо тәңкәләрен сыңғырлатып, бейергә лә төшкәндер. Һәр хәлдә, алмиҙеү менән танышҡанда шулай тип уйландыҡ.

Үткәнебеҙҙе белмәйенсә, киләсәккә байҡау яһап булмай шул. Күҙ яуын алған был ҡомартҡылар килененең йыйнаҡлығы арҡаһында хәҙерге көнгә килеп еткән. Һандыҡ төптәрендә һаҡланғандарын табып, өйрәнеп, киләсәк быуынға еткерәһе бар әле. Ошо маҡсатта эшләйбеҙ ҙә инде беҙ, “Ихлас“ тар.

 
Рәғиҙә ӘХМӘТШИНА

Баймаҡ районы.

Читайте нас