Тыуған ил төшөнсәһе бик киң һәм ғәйәт оло ул. Быны сит илгә киткәндәр бик яҡшы аңлай. Ана, Себерҙә йөрөгән егеттәр ҙә был тойғоно үҙ күңеленән кисерҙе.
Тыуған илдең ҡәҙерен белмәҫ,
Сит илгә китмәгәндәр... — тип йырлана бит йырҙарҙа ла.
Әммә бөтә кеше лә сит илгә сығып китеп бармай бит инде... Сыҡмаһа ла, был тойғоно кисереү өсөн уларға Өфөгә барып килеү ҙә етә... "Уй-й-й, ауылымды ташлап бер ҡайҙа ла йөрөргә яҙмаһын!" - тип ҡайталар улар. Иғтибар иткәнегеҙ бармы, сит ерҙәрҙә йөрөп ҡайтҡан кешене урамда йә иһә ҡайҙалыр осратһаң, ул кеше һинең менән эс-бауырыңа инеп китерҙәй булып һөйләшә. Сөнки һағыныуҙарҙан сарсап ҡайтып, урамда осраған һәр кешене ҡосаҡлап алырҙай булып, тыуған ерендә баҫып торғанына мең шөкөр итеп, ҡыуанып тороуы...
Бала саҡта беҙҙе уҡытыусылар тыуған ил, тыуған ер тураһында шиғырҙар ятлатып этләтеп бөтә торғайны... Бала кеше ни уның мәғәнәһен дә аңламай, яттан һөйләй ҙә һөйләй инде. Бына ҡайҙа ул иҫкә килеп төшә шул шиғырҙар! Сит илдә... Һәр бер шиғыр юлы күҙ йәштәренә мансылып, бәғереңә үтеп инә. Шуға күрә улар мәңгелек. Бындай шиғырҙар яҙған ижадсыларға мин дан йырлайым һәм рәхмәтемде еткерәм.
Нисә тапҡыр инде сит илгә мал табам тип, йәшәр өсөн сығым эҙләп, аҡса артынан ҡыуып атлығып сығып китәм дә, һағыныуҙарҙан сарсап, үҙ илемә, торған еремә атлығып ҡайтып инәм. Аллаға шөкөр, ҡайтыр илем бар, үҙемдең тыуған ерем, ғәзиз төйәгем бар, тыуған төйәгемдә мине ҡәҙер иткән кешеләрем бар — шуның менән бик бәхетлемен! Шөкөр итәм.
Автор: Тәнзилә Кейекбаева.
Фото Т. Кейекбаеваның сәхифәһенән.